Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
2 Март 2022, 12:00

Тәҙрә төбөндә – йәшел тәмләткес

Аш бүлмәһенең тәҙрә төбөнә хуш еҫтәрен таратып, аш-һыуыңды тағы ла тәмлерәк итерлек укроп үҫентеһе ултырттыңмы? Юҡ икән, бөгөндән үк сәсеп өлгөр... 

Тәҙрә төбөндә – йәшел тәмләткес
Тәҙрә төбөндә – йәшел тәмләткес

Уңған баҡсасыларҙың тәҙрә төптәрендә төрлө йәшелсә үҫентеләре күренә башлаһа, егәрле хужабикәләрҙең аш бүлмәһенең тәҙрә төптәрендә йәшел тәмлекәстәр урын алғандыр, моғайын. Шуларҙың иң әрһеҙе - укропты үҫтереү әллә ни ҡатмарлы түгел. Көҙ көнө алдан хәстәрләп ҡуйған тупраҡ алып ҡалынған һауытҡа уның орлоғон һипһәгеҙ, күп тә үтмәй, бытырлашып йәшел һабаҡтар килеп сығыр. Ә укроптың файҙаһы тураһында беләһегеҙме?

Укроп үләне төнәтмәһе юғары ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнаған һыу һалып, 15–20 минут төнәтеп һөҙөргә кәрәк. Бер стакан төнәтмәне көн дауамында өскә бүлеп, ашағандан ярты сәғәт алдан эсергә. Әлеге төнәтмә йоҡоһоҙлоҡтан да килешә, тынысландыра.  

Укроп ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда, аппетитты яҡшыртыу өсөн, тын ҡыҫылыуҙан һәм тын юлдары ауырыуҙарынан да файҙалы. Был осраҡта уның орлоғон порошок хәлендә лә, төнәтмә яһап та файҙаланалар. Бер өлөш укропҡа 10 өлөш һыу кәрәк буласаҡ. Бындай төнәтмә бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта.

Укроп орлоғон ҡаҡырыҡ сығарыусы, үт бүлеп сығарыуҙы көсәйтеүсе, ашҡаҙан һәм эсәк буйы, бауыр, атеросклероз сирҙәренән ярҙам итеүсе булараҡ ҡулланалар. Бының өсөн бер аш ҡалағы укроп орлоғона бер стакан ҡайнар һыу һалып, һыуынғансы төнәтергә кәрәк. Һуңынан уны һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.  

Укроп күңел болғанғанда ла яҡшы. Ул шәкәр диабеты менән ауырыусы кешеләргә лә бик файҙалы. Сөнки диабет үҙәк нервы системаһын, йөрәк, бөйөр, бауыр, күҙ, аяҡтарҙы зарарлай. Ә укроп ағзаларҙағы патологик процестарҙы тоткарлай, инвалидлыҡты иҫкәртә. 

Күҙ ауырыуҙары булғанда, салфетканы укроп төнәтмәһендә сылатып, 20 көн дауамында көн һайын 20 минутҡа күҙҙәргә ябығыҙ. Төнәтмә былай яһала: бер аш ҡашығы орлоҡҡа бер стакан ҡайнап торган һыу ҡойоп, 30 минут төнәтеп һөҙөгөҙ. 

Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Яҙ көнө яңы сыҡҡан укропты үҙегеҙ әҙерләгән һәр ризыҡҡа өҫтөп ебәрһәгеҙ ҙә, уның тәме лә, үҙе лә ашығыҙҙы ла тағы ла тәмлерәк итһә, иң мөһиме, күңелегеҙҙе күтәрер, яҙ кәйефе өҫтәр!

Фото:dacha-svoimi-rukami.com

Тәҙрә төбөндә – йәшел тәмләткес
Тәҙрә төбөндә – йәшел тәмләткес
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: