Помидор үрсетмәһе имен үҫһен өсөн уны ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау саралары күрелә. Үрсетмә ауырыуҙары бер нисә төрлө була: бәшмәктәр, бактериялар, вирустар, ғәҙәттә, зарарланған орлоҡ, сифатһыҙ тупраҡ, үрсетмәне тәрбиәләү ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта барлыҡҡа килә, ә йоғошһоҙ ауырыуҙар өҫтәмә туҡландырыуҙы дөрөҫ эшләмәү йә туҡланыу элементтары етешмәү сәбәпле яһала.
Иң йыш осрай торған бер нисә сирҙән ҡара һабаҡ (черная ножка) бик хәүефлеләрҙән һанала, сөнки уның бөтә үрсетмәне һәләк итеүе ихтимал. Ғәҙәттә ул тупраҡ бәшмәктәренән килеп сыға. Сирле һабаҡ тамырҙың муйын тапҡырында ҡарая, нәҙегәйә, тамыр системаһы үҫеүҙән туҡтай. Үрсетмә тупраҡтан еңел генә һурылып сыға.
Помидор үрсетмәһе япраҡтарында ҡайһы берҙә һорғолт-сыбар таптар (бурая пятнистость) барлыҡҡа килә. Был да бәшмәк сире. Таптар яңынан-яңы япраҡтарға күсә, улар ҡойола. Ауырыу юғары дымлылыҡ һәм юғары температура шарттарында бик тиҙ тарала.
Бындай күңелһеҙлектәргә юлыҡмаҫ өсөн, орлоҡто ла, тупраҡты ла, үрсетмәләрҙе лә тәғәйен препараттар менән эшкәртергә, зарарһыҙландырырға кәрәк. Әгәр ауырыу билдәләре күренә башлаһа, мөмкин тиклем тиҙерәк дауалау зарур.
Айырым стакандарҙа ултырған үрсетмәләр ауырыһа, уны стаканы менән ҡуша ташлайҙар, ә дөйөм һауытта ултырғанын күршеләренә зыян килтермәй генә һурып йә ҡырҡып алалар. Ҡалған үрсетмәне “Фитоспорин” менән эшкәртәләр.
Һыуҙы һирәгерәк һәм йылытыбыраҡ, ФитоКислинка өҫтәп һибәләр, сөнки помидор үрсетмәләре туҡланыу элементтарын яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн әҙ әселекле реакция кәрәк. Һыуҙы, тупраҡ өҫтө 2-3 сантиметр тәрәнлектә кипкәндә генә, аҙнаһына ике тапҡыр һибеү ҡулай. Үрсетмәнең япраҡтары артҡан һайын, һыуҙы ла күберәк һибәләр. Һыуһыҙлыҡтан үрсетмә япраҡтары һулый башлауына юл ҡуймау хәйерле, юғиһә был насар йоғонто яһай.
“Богатый-Микро Медь”, “Цинк” һиптереү файҙалы. Ярты балғалаҡ препаратты 1 литр һыуға болғатып, һиптергесле шешәгә ҡойорға ла япраҡтарҙы еүешләтеп кенә һибеп сығырға. Быны кискә ҡарай эшләйҙәр.
“Фитоспорин-М” ҡулланыу ҙа үрсетмә үҫешенә, тамырҙары, япраҡтары нығыныуға бик ыңғай йоғонто яһар. Ярты балғалаҡ препаратты 5 литр йылымыс (25-30 градус) һыуҙа иретеп, үрсетмәләргә һибәләр (үрсетмә ултырған бер стаканға 50 миллилитр йә дөйөм һауыттағы 1 төпкә 20 миллилитр иҫәбенән).
Ирина ЕРМОЛАЕВА, агроном.
Реклама.