Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
5 Март 2022, 13:30

Ай ҡыҙы үҫенте ултыртырға ҡушмай

Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу миҙгел башланды

Ай ҡыҙы үҫенте ултыртырға ҡушмай
Ай ҡыҙы үҫенте ултыртырға ҡушмай

Баҡсасылар үҫентеләрҙе март йында ултыртырға ғәҙәтләнгән. Мин дә был эште 8 март байрамдарына ҡалдыра инем. Байрам кәйефе менән төрлө орлоҡтар сәсеү, матур пландар ҡороу, ер менән булышыу үҙе бер ял. Тик быйыл ай кәңәштәрен тыңлаған баҡсасыларға үҫенте ултыртыуҙы кисектереп торорға тура киләсәк. Ай ҡыҙы шулай ҡуша.

15 мартҡа тиклем быға тиклем сәселгән үҫентеләргә ашлама биреү, һирәгәйтеү кеүек эштәрҙе атҡарырға мөмкин, ә бына орлоҡ сәсергә ярамай.

16-17 мартта орлоҡтарҙы шыттырырға һалабыҙ ҙа, 19 мартта ғына ултыртабыҙ. Был көндө төрлө кәбеҫтәне, һуғанды, боросто ултыртырға була. 21 марттан һәр төрлө үҫентеләр ултыртыу өсөн ҡулайлы көндәр башлана.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: