Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Март 2022, 11:19

Үҫентеләр оҙонаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Иртәрәк уңыш алырға теләгән баҡсасылар үҫенте ултыртып өлгөрҙө. Әммә ҡояш нурҙары әле һараныраҡ йылыта. Өҫтәлмә фитолампа ҡуйылмаһа, үҫентеләр оҙоная, сибеккә әйләнә, бер-береһенә сырмалып үҫә башлай. Был осраҡта мул уңышҡа өмөт юҡ. Уның күләме аҙаясаҡ, үҫенте ауырыуҙарға дусар буласаҡ. Улар ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә? Оҙонға үҫкәндәрҙе ҡотҡарыу мөмкинме? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Садиҡова яуап бирә.

– Тәү сиратта үҫентеләрҙең оҙонайыуына килтергән сәбәптәрҙе һанап үтәйек: көн яҡтыһы етмәүе, темпе­ратураның ҡырҡа үҙгәреүе, ашламаларҙы дөрөҫ ҡул­ланмау, үҫентеләрҙе пленка йә япма аҫтында оҙаҡ тотоу, орлоҡто ҡуйы итеп сәсеү, һыуҙы күп ҡойоу.

Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙонайһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ – өҫтәмә яҡтылыҡ 12 – 18 сәғәт дауамында яҡтыртырға тейеш. Шытымдар бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн орлоҡтарҙы тығыҙ ултыртмағыҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаулағандарын күсереп ултыртығыҙ. Борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икенсеһенә күсергәнде яратмай. Өйҙә һауа температураһы 24-25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Ер дымлы булып торорға тейеш, – тип кәңәш итә Эльма Садиҡова.

Бынан тыш, белгес, бүлмәлә ултырған үҫентеләрҙе ашлау мотлаҡ түгел, ти. Әлбиттә, шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға мөмкин. Оҙонайған үҫентеләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.

Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас: