Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Март 2022, 08:30

Имбир өй шарттарында ла үҫкән!

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитова был юлы имбир үҫтереүе хаҡында хәбәр итә.

Имбир өй шарттарында ла үҫкән!
Имбир өй шарттарында ла үҫкән!

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сәғирә Ғәбитованың йортонда ниндәй генә гөлдәр үҫмәй! Ул бигерәк тә цитрус һәм экзотик үҫемлектәр үҫтерергә ярата. Йыл әйләнәһенә лимон, мурайя, ҡыҙыл паслен ағастары емеш биреп сыға. Әле уңған хужабикә үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә имбир ултыртыуы тураһында хәбәр итә.

"Ғәжәп хәл! 
Илдә коронавирус тигән алама сир иғлан ителгәс, магазиндарҙа имбиргә хаҡ бик ныҡ күтәрелеп киткән ине. 
Баҡ тиһәң уны гөл һауытында ла үҫтереп була икән!! 
Ете көн элек мин ҡыҙыҡ өсөн генә тип уның бер бәләкәй өлөшөн тупраҡҡа төртөп ҡуйған инем. Ғәжәп бит, бөгөн үҫентенең ҡалҡып сығыуына шат булдым," - тигән ул.

Бәлки, һеҙ ҙә имбир үҫтереп ҡарарһығыҙ... Ни тиһәң дә илебеҙгә көн һайын санкциялар өҫтәлеп торғанда, был бик тә ярап ҡалыр ине ул.

Фото: Сәғирә Ғәбитованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Имбир өй шарттарында ла үҫкән!
Имбир өй шарттарында ла үҫкән!
Имбир өй шарттарында ла үҫкән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: