Икмәк
Бер биҙрәнең 2/3 өлөшөнә ҡара икмәк һалып, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ ҙа икмәк өҫтөнә йә таш, йә кирбес һалабыҙ. Биҙрәне йылы урынға, мәҫәлән, теплицаға 7 – 10 көнгә ултыртып ҡуябыҙ.
Көл
10 аш ҡалағы көлдө 5 литр һыу менән бутап, шулай уҡ 7 – 10 көнгә ҡалдырабыҙ. Даими рәүештә көл тоноғон болғап торор кәрәк.
Әсетке
10 грамм ҡоро әсеткене 10 литр һыуҙа иретәбеҙ. Был шыйыҡсаға 2 аш ҡалағы шәкәр өҫтәргә кәрәк. 2-3 сәғәттән 50 литр һыу өҫтәп ҡулланырға була.
Тауыҡ тиҙәге
Ҙур һауыттың 1/3 бер өлөшөнә тауыҡ тиҙәге һәм һыу һалып, шулай уҡ йылы ергә 3-4 көнгә ултыртабыҙ. Даими рәүештә шыйыҡсаны болғап торорға кәрәк. Әҙер ашламаны 1/3 дәүмәлендә һыу өҫтәп ҡоябыҙ. 1 квадрат метр майҙанға яҡынса 1,5 литр ашлама эләгергә тейеш.
Зеленка һәм йод
Онло ысыҡтан иң шәп ярҙамсылар. 9 литр һыуға 1 литр һөт һәм 10-12 тамсы йод өҫтәйбеҙ ҙә әҙер шыйыҡсаны һибәбеҙ.
Тамырҙар серегәндә бер биҙрә һыуға 10 тамсы зеленка өҫтәп, үҫентеләргә һиптереп сығырға кәрәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА