Баҡсасылар өсөн мөһим осор башлана.
Һауа температураһы 5 градустан юғары күтәрелгәс, санитар ҡырҡыу башҡарыла. Ҡырҡындының төбөн ҡалдырмайынса тигеҙ итеп киҫергә кәңәш ителә. Серетә торған микрофлора үтеп инмәһен өсөн ҡырҡылған урындарға ғына түгел, ағас ҡабығындағы яраларға ла ыуар һөртөп ҡуйырға кәрәк.
Ыуарҙы дөрөҫ һайлау мөһим. “Вар Сад Пчелка” – ышаныслы, тулыһынса тәбиғи ыуар. Ул бал ҡорто балауыҙынан, ылыҫ сайырынан, аҡ шыршы һәм үҫемлек майҙарынан, шулай уҡ үҫемлекте һаҡлай торған Фитоспорин фитобактерияларынан тора. Был ыуар ағас яраларын ҡаплап ҡына ҡалмай, ә дауалай ҙа.
Был эште ағас һәм ҡыуаҡтарҙа һут ҡуҙғалғансы эшләп ҡалырға кәрәк.
Йәнә ағас ҡабығында ҡышлаған ҡоротҡостар менән дә көрәшеп алмай булмай. Бының өсөн баҡсаға мул ғына итеп мочевина иретелгән һыу һибеп сығығыҙ. Уның үҫемлектәргә зыяны юҡ, ә ҡоротҡостарҙы һәйбәт ҡыра.
Ағастарҙы аҡлау уларҙы ҡояшҡа яныуҙан һаҡлау өсөн башҡарыла. Көҙҙән ағартылған ағастар ҡояш ҡыҙыуына бирешеп бармай. Яҙҙың йылы, сыуаҡ бер көнөндә ағастарҙы тағы аҡлап сығырға кәрәк. “Доктор сад” тигән баҡса аҡ буяуын һайларға кәңәш итәбеҙ. Ул дауалау ҡеүәһенә лә эйә, сөнки тәбиғи эликсирҙар һәм файҙалы фитобактериялар ҡушылған.
Ҡарағат менән крыжовник ҡыуаҡтарын да тунау мәле етте. Ҡара ҡарағаттың ҡартайған ботаҡтарын ултыртылғандан алып бишенсе йылдан ҡырҡа башлайҙар. Ә ҡыҙыл, аҡ ҡарағат менән крыжовниктың ҡарт ботаҡтарын 6-8 йәшкә еткәс кенә киҫеп ташлайҙар. Ҡыуаҡтарҙы ошолай йәшәртеп алыу уңышты бермә-бер арттыра. Ҡара ҡарағат ҡыуаҡтарын иғтибар менән ҡарап сығығыҙ: ҡабарып торған йыуан бөрөләр (бөрө талпаны) юҡмы? Булһа, йыйып яндырырға кәрәк.
Ағастарға йәбештергес билбауҙар ҡуйып сығығыҙ. Ул алмағасты, мәҫәлән, алма ҡуңыҙынан һәм оҙонморон ҡуңыҙҙарҙан һәйбәт һаҡлай.
Емеш ағастарына, ҡыуаҡтарға ялғау өсөн сыбыҡтар әҙерләргә ваҡыт. Ҡарағат сыбыҡтарын ҡырҡып алып, һыулы һауытҡа ҡуйып, тамыр ебәргәс, тупраҡлы һауытҡа ултыртығыҙ. Баҡсала ер йылынғас, тәғәйен урынға күсерегеҙ. Көҙгә бына тигән ҡыуаҡ булып үҫеп китер.