Һуңғы осорҙа үткәрелгән статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл рәсәйҙәрҙең күбеһе баҡсаларында мөмкин тиклем күберәк картуф сәсергә ҡарар иткән.
Илдә һәр икенсе кешенең баҡсаһы бар, унда картуф үҫтерәләр. Һәр 11-се кеше баҡса эштәре менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Белгестәрҙең һорауҙарына яуап биргәндәрҙең 61 проценты быйыл картуфҡа бүленгән майҙанды арттырырға уйлай. Айырыуса был яуапты 35 - 44 йәшлектәрҙең әйтеүе ҡыуандыра. Ошо категорияға ҡарағандарҙың эш хаҡы яҡынса 50 мең һум тәшкил итә икән.
Ә һеҙ быйыл картуф сәсергә йыйынаһығыҙмы?
Фото: 2sotki.ru