Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Апрель 2022, 15:00

Өфөлә "СМАРТ-баҡсасы" форумы үтәсәк

Баҡсасылар өсөн бындай сара тәүгә ойошторола. Орлоҡтар, ашламалар алырға ашығығыҙ!

Өфөлә "СМАРТ-баҡсасы" форумы үтәсәк
Өфөлә "СМАРТ-баҡсасы" форумы үтәсәк

15 апрелдән 16 апрелегә тиклем Өфөлә Башҡортостан баҡсасыларының беренсе «СМАРТ-баҡсасы» форумы үтә. Форум баш ҡаланың « Торатау» конгресс-холында үтәсәк һәм коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре үҫеше проблемаларына арнала: унда электр һәм һыу менән тәьмин итеү, юлдарҙың торошо, йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Форумдың төп сараһы – федераль һәм төбәк эксперттары ҡатнашлығындағы «Баҡса берләшмәләрен үҫтереү юлдары» тип аталған пленар сессия. Баҡсасылыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ике көн дауамында үтәсәк түңәрәк өҫтәлдәрҙә тикшереләсәк.

Конгресс-холл алдындағы майҙанда орлоҡтар, баҡсасылыҡ ҡорамалдары, ашламалар күргәҙмәһе һәм һатыу ойоштороласаҡ.

Форумда ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/624377569183972ba95a1285/

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: