Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
12 Апрель 2022, 15:49

Икенсе икмәк хаҡы

Быйыл йәшелсә үҫтереүгә бөтәһе биш миллиард һум самаһы аҡса бүлеү көтөлә.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Көрсөк һәм санкциялар тураһында мәғлүмәт киңлегендә хәбәр күбәйгәс, күптәр быйыл күберәк картуф, йәшелсә сәсергә, ҡасандыр ташланған баҡсаларын тергеҙергә теләүселәр һаны бермә-бер артты. Хатта билдәле иҡтисадсылар ҙа быйыл картуф ултыртырға кәңәш итә. Һуңғы осорҙа үткәрелгән статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл рәсәйҙәрҙең күбеһе баҡсаларында мөмкин тиклем күберәк картуф сәсергә ҡарар иткән.

Илдә һәр икенсе кешенең баҡсаһы бар. Һәр 11-се кеше баҡса эштәре менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Белгестәрҙең һорауҙарына яуап биргәндәрҙең 61 проценты быйыл картуфҡа бүленгән майҙанды арттырырға уйлай. Айырыуса был яуапты 35 – 44 йәшлектәрҙең әйтеүе ҡыуандыра. Ошо категорияға ҡараған­дар­ҙың эш хаҡы яҡынса 50 мең һум тәшкил итә икән.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостанда картуф өсөн бүленгән майҙан яҡынса 43 мең гектар тәшкил итә. Шуларҙың 1743 гектарын ғына ауыл хужалығы предприятиелары ултырта, ҡалған өлөшө шәхси хужалыҡ­тарға тура килә. Сағыштырыу өсөн: уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында 250 мең гектар картуф ултыртылған. Шуны әйтергә кәрәк, башҡа бер культу­ра­ның да сәсеүлек майҙаны “икенсе икмәк”теке кеүек ҡырҡа кәметеүгә дусар ителмәгән.

Совет осоронда һәр ауыл кешеһенең, ҡағиҙә булараҡ, 25 сутый ере булған. Был майҙандың яртыһынан күберәге картуф ултыртыуға тотонолған. “Икенсе икмәкте” халыҡ үҙе лә ашаны, артығын малға бирҙе, көҙөн йә алмаға алмашты, йә һатты. 90-сы йылдарҙағы иҡтисади көрсөктө лә картуф менән еңеп сыҡтыҡ.

Юғары класс уҡыусылары, студенттар сентябрҙә парта артында түгел, колхоз баҫыуҙарында күберәк ваҡытын үткәрә. Шуға ла ашханаларҙа иң осһоҙ аҙыҡ төйөлгән картуф ине. Был хәҡиҡәтте инҡар итеп булмай.

Бөгөн баҙар шарттарына яраҡла­шырға кәрәк картуф етештереүселәренә. Селтәр магазиндарында һатыуға сыға­рылған картуф матур, тигеҙ, йыуылған һәм сағыу төҫтәрҙә. Ҡапҡа тултырыл­ғаны ла бар. Ҡалала йәшәүселәр, әлбиттә, тәү сиратта шундай картуфҡа өҫтөнлөк бирә. Беҙҙә етештерелгәненең тышҡы ҡиәфәте икенсерәк. Бынан тыш, беҙҙең һауа шарттарында ике тапҡыр картуф уңышы алып булмай. Ә бына Мысырҙан йыл әйләнәһенә ике тапҡыр әле генә ҡаҙылған матур картуфты килтереп торалар, өҫтәүенә картуфҡа хаҡ ныҡ төштө һәм урындағы етештереү­селәргә, шәхси хужалыҡ менән йәшә­гәндәргә табышлы булмай башланы. Рәсәйҙә картуф етештергән хужалыҡ­тарҙың бәкәленә һуҡты. Миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә кәрәкмәй: республикала иң күп картуф етештергән Алексеевский агросәнәғәт комплексын ғына алып ҡарайыҡ. Иң шәп замандарҙа бындағы баҫыуҙарҙа 200 гектарҙан ашыу майҙанда картуф ултыртыла, әммә предприятие сәсеү майҙанын ҡырҡа ҡыҫҡартырға мәжбүр була.

– Ике йыл элек килограмдың күмәртәләп һатыу хаҡы биш һум 50 тиндән артманы, ә үҫтереүгә киткән хаҡ яҡынса 6 һум тәшкил итте. Бер кем дә үҙенә зыянға эшләргә теләмәй, шуға майҙанды 30 гектарға тиклем ҡыҫҡар­тырға тура килде, – ти хужалыҡтың баш агрономы Нәзир Фәтҡуллин.

Шуны билдәләп үтәйек: һүҙ иң күп уңыш алған хужалыҡ тураһында бара! Бында уңышты һаҡлау өсөн бөтә шарттар бар, һуғарыу системаһы эшләй һәм продукцияны һатыу өсөн 50-гә яҡын магазин иҫәпләнә.

Быйыл шәкәр сөгөлдөрө, картуф, кәбеҫтә сәсеүлектәренең майҙанын арттырырға теләйбеҙ – уларға ихтыяж ҙур, хаҡ яраҡлы булды. Әлбиттә, сығымдар күберәк. Минераль ашламалар ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә, яғыулыҡҡа, майлау материалдарына, запас частарға хаҡ арта. Әммә беҙ бындай хәлгә тәүгә генә тарымайбыҙ,  – ти баш агроном.

Совхозда картуфты хәҙер 50 гектарға ҡалдырырға ҡарар иткәндәр. Бөтә майҙанда һуғарыу системаһы эшлә­йәсәк. Киләсәктә бөтә уңышты, йәшелсә һаҡлағыстарға урынлаштырырға мөм­кин. Картуф орлоғон Германиянан ҡайтаралар.

Өфө районының “Николаевская” ауыл хужалығы предприятиеһы шулай уҡ картуф өсөн сәсеүлектәрҙе 113 гектарҙан 130 гектарға тиклем арттырырға ҡарар итә.

Былтыр көҙ күмәртәләп һатыу хаҡы килограмына 25-28 һум тирәһендә тирбәлде, бөтә продукцияны мәктәп­тәрҙе, балалар баҡсаларын, социаль учреждениеларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе ойошмалар һатып алды. Ихтыяждың артыуы, яҡшы хаҡ беҙҙе күберәк етештерергә этәрә. Әммә санкцияларға бәйле башҡа ҡыйын­лыҡтар ҙа барлыҡҡа килә. Дүрт сорт ултыртабыҙ, өсөһөнөң орлоғон, ғәҙәттә, сит илдән һатып алабыҙ. Беҙҙең бөтә ҡорамалдар сит илдән килтерелә – уларға запас частар кәрәк буласаҡ.  Кәрәк булғандың барыһын да һатып ала алырбыҙмы, бөгөн беҙҙе күберәк ошо мәсьәлә борсой, – ти хужалыҡ етәксеһе Илгиз Ахунов.

Һуңғы йылдарҙа күптәр баҡса­ларында картуф ултыртыуҙан баш тартты. Картуф үҫтереүгә түккән көс аҡ­ланмай, һатып алыуы осһоҙораҡҡа төшә. Дуҫтар араһында берәү мәрәкәләп ошолай ти:  “Йыл һайын ике-өс биҙрә картуф ултыртам, көҙгөһөн шул уҡ ике-өс биҙрә ҡаҙып алам – арыным. Банкта, кәм тигәндә, проценттар өҫтәлә бара, әммә бында хеҙмәт һәм түккән көс үҙен аҡламай”.

Хәҙер күптәр картуф өсөн баҡсаның бәләкәй генә өлөшөн бүлеп бирә, ҡалғанында үлән сәселә, йәшелсә үҫтерә. Оло йәштәгеләрҙең һаулығы уларға йорт хужалығы менән шөғөл­ләнергә мөмкинлек бирмәй, ә йәштәр йыш ҡына, башҡа ысулдар менән аҡса эшләүгә өҫтөнлөк биреп, ерҙә быс­ранырға теләмәй. Шуға ла баҡсаларҙа башлыса үлән үҫә.

Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә Рәсәй властары тәүге тапҡыр илдә “икенсе икмәк” етәрлек кимәлдә етештерелмәүен таныны. Уҙған йыл аҙағында картуф һәм йәшелсә баҙары союзы рәйесе Сергей Лупехин Ауыл хужалығы ми­нистрлығында осрашыу барышында ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был дефициттың төп сәбәптәре – шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа етештереүҙе ҡыҫҡартыу, эшкәртеү ҡеүәттәрен арттырыу. Ҡоролоҡ арҡаһында уңыштың түбән булыуы ла йоғонто яһаған.

Былтыр эшкәртеүгә миллион тонна самаһы картуф ебәрелгән, ә быйыл был һан 1,5 миллионға барып етер тип көтөлә. 2026 йылға был күрһәткес 3 миллион тоннаға тиклем үҫеүе ихтимал. Ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн күп нәмә кәрәк буласаҡ. Фри-картуф, чипсы, крахмал, тәрән эшкәртеүҙең башҡа продукцияһы элек башлыса сит илдәрҙә һатып алынған, ә хәҙер был бизнес менән үҙебеҙҙең компаниялар шөғөл­ләнәсәк. Уларға даими рәүештә бик сифатлы сеймал һәм ҙур күләм кәрәк буласаҡ, быны эре ауыл хужалығы предприятиелары ғына атҡара аласаҡ.

Хәл шул тиклем етди. Рәсәйҙең Картуф союзының башҡарма директоры Алексей Красильников фекеренсә, картуф импорты былтыр 550 000 тоннанан саҡ ҡына кәмерәк булған (башлыса Мысыр, Израиль һәм Азербайжандан картуф алып киленгән), алдағы йылдарҙа импорт күләме яҡынса 300 000 тонна тәшкил итер тип фаразлана.

Бөгөнгө санкциялар мәлендә им­порттың ҡырҡа артыуын көтөргә ярамай: Азияла һәм Европала ла Мысыр картуфына ихтыяж бар, шуға күрә экспортлаусы илдәрҙең ҡайһы бер продукцияһы ошо төбәктәргә барып етергә мөмкин.

Башҡортостанда былтыр ауыл хужалығы предприятиеларында һәм хужалыҡтарҙа картуфтың тулайым уңышы 24,4 мең тонна тәшкил иткән (2020 йылда — 38,6 мең тонна). Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы иҫәпкә алып, был һан 550 мең тоннаға етә, был республика халҡы ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Картуфтың уртаса уңышы гектарынан яҡынса 126 центнер.

Илдең Ауыл хужалығы министрлығы быйылдан картуф үҫтереү менән шө­ғөлләнеүселәргә субсидия вәғәҙәләй, быға тиклем бындай ярҙам күрһәтел­мәгән. Шулай уҡ етештереүҙе арт­тырыуға һәм йәшелсә һаҡлау ин­фраструктураһын яҡшыртыуға йүнәл­телгән федераль саралар проектын әҙерләй. 2022 йылда йәшелсә үҫтереүгә бөтәһе биш миллиард һум самаһы аҡса бүлеү көтөлә. Шулай уҡ 2023-2024 йылдарҙа финанслауҙы арттырыу ҡаралған. Властар был саралар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ойошторолған секторҙа картуф һәм йәшелсә етештереүҙе 15 процентҡа арттырыр тип көтә.

Совет осорона тағы ла әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул саҡта илдә йәшелсә магазиндары күп була, ғилми институттар яңы сорттар уйлап сығарыу менән шөғөлләнә, ауыл халҡы артыҡ продукцияны заготконтораларға тапшыра... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге алымды оноттоҡ.

Шулай ҙа сит илдә үҫкән картуфты ашап ҡараныҡ – беҙҙеке күпкә тәмлерәк. Килешәһегеҙме? Тап шундай кәйеф менән май башында картуф ултыртырға сығабыҙ инде!

Лилиә Нуретдинова

Читайте нас в