Йәшелсә кеше организмы өсөн иң кәрәкле аҙыҡ-түлек һанала. Аш һеңдереү системаһына ла файҙалы, туҡлыҡлы матдәләргә лә бай. Йәшелсәһеҙ донъя йәмһеҙ инде ул. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа яратып ашаған борщ ашының хаҡын һанап ҡарайыҡ.
Ғалимдар тарафынан күптән иҫбатланған хәҡиҡәт: үҙебеҙҙең ерлектә үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләкте ашау күпкә яҡшыраҡ. Үҙ баҡсаңдың йәшелсә, емеш-еләгенең тәме, төҫө, еҫе магазиндарҙа һатып алынған аҙыҡ-түлек менән сағыштырғыһыҙ.
Йәшелсә үҫтереү, һыу һибеү, үрсетеү һәм сәсеүлектәрҙе ваҡытында тәрбиәләү бөтөнләй ауыр түгел.
Сираттағы иҡтисади көрсөк, тауарҙарға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың күтәрелеүе арҡаһында күптәр, үҙ баҡсаңдан туйынырға мөмкинме, иҡтисади яҡтан отошломо, участкала ниндәй йәшелсә ултыртыу яҡшыраҡ, тигән һорауҙарҙы йышыраҡ бирә башланы.
Һөнәрем буйынса агроном булғас, ер эшен яратҡас, йәшелсә баҡсаһы кәрәк тигән фекерҙәмен:
– аҡса эшләү өсөн, йәғни үҫтерелгән продукцияны баҙарҙа һатырға була;
– үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе тулыһынса йәшелсә менән тәьмин итеү мөмкинлеген файҙаланып ҡалырға кәрәк;
– магазинда йәки баҙарҙа йәшелсә һатып алыуға киткән сығымдарҙы кәметеү һәм өҫтәлгә экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек ҡуйыу өсөн.
Бында ғаилә составын, участканың алыҫлығын, уның уңдырышлылығын, хатта тәм-том өҫтөнлөктәрен дә иҫәпкә алыу шарт. Орлоҡҡа киткән сығымдарҙы иҫәпләһәк, яҙ йәшелсә генә түгел, сәскә-фәләнгә лә 1500 – 2000 мең һум самаһы тотонабыҙ. Көҙгөһөн йәшелсә һатып ала башлаһаң: картуфына, кәбеҫтә, сөгөлдөр, һуған, ҡабағына ғаилә бюджетынан яҡынса 5 – 7 мең һум аҡса сарыф ителәсәк.
Быйыл баҡсаларына йәшелсәне күберәк сәсергә теләүселәр күп. Был юлды һайлағандарға кәңәшем шул: артабан нимә үҫтерергә, нимә һатып алыу отошлораҡ икәнен хәл итергә кәрәк.
Участка зоналарға бүленергә тейеш, ә йәшелсәләр өсөн уның иң уңдырышлы һәм ҡояшлы өлөшөн һайлағыҙ. Арба үтә алған юлдарҙы, бинаға яҡын ял итеү зонаһы һәм инеү урыны, сәскә түтәлдәре һәм еләк баҡсаһы тураһында онотмағыҙ.
– Орлоҡ йәки үҫентеләрҙе махсус магазиндарҙа ғына һатып алырға кәңәш итәбеҙ. Шикле һатыусыларҙа улар ауырыуҙар менән зарарланыуы һәм көсһөҙләнеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта эре етештереүселәр быны ентекле күҙәтә.
– Сифатлы орлоҡтарҙың хаҡы ла ҡиммәт була. Орлоҡ материалын һайлағанда төҫлө төргәктәргә түгел, ә тауар һәм етештереүсе тураһында мәғлүмәттең булыуына иғтибар итегеҙ. Әгәр сорттың исеме артынан F1 яҙыуы килә икән, тимәк, күҙ алдығыҙҙа беренсе быуын гибриды тора. Бындай культуралар ауырыуға ҡаршы тороу көсөнә эйә, юғары уңыш бирә. Әммә гибрид үҫемлектәр орлоғон йыйып, икенсе йылы сәсеп булмай.
Орлоҡ тышында нимә күрһәтелергә тейеш:
– сорт атамаһы һәм исеме;
– гибрид булһа, F1 тамғаһы;
– үҫтереү һәм ҡарау техникаһы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт;
– етештереүсе тураһында мәғлүмәт, шул иҫәптән тулы адресы һәм телефон номеры;
– партия номеры, һаҡлау мөҙҙәте.
Һаҡ булығыҙ: уларҙы типографик ысул менән баҫтырып сығарырға ярамай. Был мәғлүмәт орлоҡтарҙы төргәкләгәндән һуң тишелә, тимәк, ГОСТ номеры, уға ярашлы орлоҡ сәсеү сифаттары билдәләнә; пакеттағы орлоҡтар һаны йәки ауырлығы грамм менән күрһәтелә.
Иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер ҡаптарҙа “Орлоҡтарҙы йылытырға, туңдырырға һәм ҡапты асҡан килеш һаҡларға ярамай!” тип яҙылған була. Тимәк, селекционер бөтә кәрәкле операцияларҙы башҡарған, һеҙгә орлоҡто сәсергә генә ҡала.
Киптерелгән һәм эшкәртелгән орлоҡтар бар. Был орлоҡтар төрлө ашламаларҙа һәм үҫеү стимуляторҙарында һуғарылған. Бындай алымдың әһәмиәте: ергә ултыртҡанда, үҫеш өсөн кәрәк булғанда, һәр үҫеп сыҡҡан орлоҡҡа туҡлыҡлы матдәләр комплексы тәьмин ителә, шуға күрә үрсемдәр бер төрлө һәм көслө була. Бындай орлоҡто сәсеү күпкә еңелерәк: ҡабырсаҡ арҡаһында күләме бер нисә тапҡырға арта, ваҡ орлоҡло культуралар тураһында һүҙ барғанда был бик мөһим. Ҡайһы берҙә сорт исеме буйынса орлоҡло ҡаптарҙа S хәрефен күрергә мөмкин. Элиталы орлоҡтарҙы шулай билдәләйҙәр. Элиталы орлоҡтар быуыны һан менән күрһәтелгән. Әгәр S1 тип әйтелһә, был – беренсе быуын, S2 – S1-ҙән алынған быуын. Иң юғары сифат 1-се һан менән килгән орлоҡтарҙа буласаҡ.
Гүзәл МОСТАФИНА,
Әлшәй районы буйынса “Россельхозцентр” үҙәге етәксеһе, агроном.