Алмағастар һәйбәт уңыш бирһен өсөн уларҙы яҙғыһын туҡландырып алыу шарт.
Әлегә мәлдә алма һәм груша ағастарын азот ашламалары менән туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы мочевинаны иретеп ағас төбөнә ҡойорға. Бер ағасҡа ошо биҙрә етә.
Май-июнь айҙарында ағастарҙы фосфор-калий ашламалары менән туҡландырабыҙ. Ике аш ҡалағы әҙер ашламаны 10 литр һыуҙа иретергә кәрәк. Ағастың йәшенә ҡарап, ашламаның күләмен дә арттырырға була. Ҙур ағастарға 20 – 30 литр самаһы шыйыҡса етә. Махсуслаштырылған ҡоро ашламаны һәр ағастың аҫтына икешәр аш ҡалағы һибеп сығабыҙ.
Ашламалар ҡулланыуҙан ҡурҡмағыҙ. Беҙҙең һауа шарттарында шунһыҙ мөмкин түгел.
Лилиә Нуретдинова