Баҡса
15 Апрель 2022, 08:13

Бөжәктәргә лә, кимереүселәргә лә ҡаршы сара бар

Баҡсаларҙа яҙғы эштәр осоро етте. Буласаҡ уңышты ҡоротҡостарҙан һаҡлау тураһында хәҙерҙән үк уйлай башларға кәрәк. Емеш-еләк, йәшелсәләрегеҙ файҙалы, зарарһыҙ булһын тиһәгеҙ, тәбиғи ҡатнашмалы биологик препараттар һәм ашламалар ҡулланыу фарыз.

 

Универсаль дегет һабыны

 

“Кыш-вредитель универсальное” тип аталған пробиотиклы дегет һабыны составында ҡайын дегете, майлы үҫемлек кислоталарының калий тоҙҙары һәм тәбиғи бактериялар бар. Был һабын тулыһынса тәбиғи, бер ниндәй яһалма ҡатнашмалары, консерванттары юҡ. Дегеттең ҡоротҡостарҙы өр­көткөс көсө арҡаһында баҡсағыҙҙы зарарлы бөжәктәр, мәҫәлән, кеблә, колорадо ҡуңыҙы, талпан, йә­шелсә-емеш ҡорттары, энәлек күбәләгенең ҡарышлауығы, оҙонморондар, киҫәрҙәр баҫып алмаҫ.

Был һабын бөжәктәрҙең кәүҙә­һен йоҡа ғына яры менән ҡаплап ала ла тын юлдарын ҡаплап, һәләк итә. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн 10 литр һыуҙа 200–400 миллилитр (бер-ике стакан) дегет һабынын иретегеҙ, яҡшылап болғатығыҙ ҙа үҫентеләргә һибегеҙ. Көрәште майҙа уҡ башларға кәрәк. Йәй буйы 10 көн һайын үҫемлек­тәрегеҙҙе эшкәртеп тороғоҙ, быны аҙна һайын эшләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Баҡсағыҙҙа ҡаты ҡорт (проволочник) булһа, сәсер алдынан картуф орлоғон дегет һабыны иретмәһенә һалып торорға кәрәк.

Составында файҙалы бактериялары булғанлыҡтан, дегет һабыны үҫемлектәрҙең иммунитетын нығыта, ҡутыр, аҡ тап, сейәләге япраҡ бөҙрәлеге кеүек ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра.

 

Хуш, ҡырмыҫҡа!

 

Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡа күбәйеп китһә, уның файҙаһына ҡарағанда зыяны арта, сөнки үҫемлектәрҙең һутын һура, тамырҙарын кимерә, сәселгән орлоҡтарҙы һәләк итә, еләк-емеште ашай. Иң насары – баҡ­сала кеблә үрсей. Ҡырмыҫ­ҡа­лар кеблә бүлеп сығарған татлы­ҡайҙы бик ярата, шунлыҡтан үрсе­һендәр өсөн бөтә шарттарҙы тыу­ҙыра. Үҙ сиратында кеблә картуф, ноҡот борсағы, ҡыяр, сөгөлдөр һәм арпа вирустарын таратыуы менән зыянлы. 

Элек күп баҡсасы ҡырмыҫ­ҡаға ҡаршы зарарлы химик инсектицидтар ҡуллана торғайны, ә хәҙер “Кыш-вредитель Муравей” тигән яңы тәбиғи препаратҡа өҫтөнлөк бирә. Уның составында ҡыр­мыҫҡаны ҡурҡыта торған ҡайын дегете, майлы кислоталарҙың калий тоҙҙары, файҙалы тәбиғи бактериялар бар. Баҡса ерендә ҡыр­мыҫҡа иләүҙәре күрһәгеҙ, уларға бер нисә ҡат ошо иретмәне (ике литр һыуға – 100 миллилитр “Кыш-вредитель Муравей”) һибе­геҙ, ҡырмыҫҡалар баҡсағыҙҙан ҡасыр.

 

Сысҡан, кит-кит

 

“Кыш-Мышь” – сысҡан, һуҡыр сысҡан, ҡуян кеүек кимереүселәрҙе өркөтә торған дегетле сара. Был йәнлектәр баҡсаға бик йыш зыян килтерә. Ҡуяндар ағастарҙы кимерә, йәшелсәләрҙе, сәскәләрҙе ашай, сысҡандар әйберҙәрҙе, ашамлыҡты боҙа, сир тарата, тиҙәге менән бөтә ерҙе һаҫыта. Һуҡыр сысҡан, үҫемлек тамыр­ҙарын ашамаһа ла, ер аҫтын йырып йөрөп, барыбер зыян итә, шулай уҡ ауырыу ҙа тарата.

Баҡсаға бындай йәнлектәр эйәләшһә, “Кыш-Мышь” ярҙамға ки­лер. Белгестәр уға дегет концен­трацияһын нәҡ кимереүселәрҙе өркөтөрлөк кимәлдә һалған.   

Сысҡанға ҡаршы көрәшеү өсөн бинаның мөйөштәренә препарат һеңдерелгән туҡыма йә поролон киҫәктәре һалып сығалар. Ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡурсалау маҡсатында олондарҙы препарат һеңдерелгән сепрәк менән ураталар. Тик, артҡы тәпәйенә баҫһа, ҡуяндың 1,5 метр бейектәге олонға йә ботаҡтарға бу­йы еткәнен иҫтән сығармағыҙ. Етмәһә, ҡыш бейек-бейек көрттәр яһала. Һуҡыр сысҡанға ҡаршы йә уның соҡорҙарына препарат һең­дерелгән бысҡы вағын төшөрөргә, йә бер биҙрә һыуға өс-дүрт стакан препаратты һалып, яҡшылап болғатырға ла ҡойорға кәрәк. Йәй эсендә ошоно өс-дүрт тапҡыр ҡабатлағанда баҡсалағы һуҡыр сысҡандарҙан ҡотолорға була.

 

Реклама

Читайте нас