Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
19 Апрель 2022, 16:15

Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...

Тәнзилә Ғарипова теплицанан мул уңыш алыу серҙәрен өйрәтә

Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...
Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...

Беҙҙең гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе оҫта баҡсасы Тәнзилә Ғарипова теплицала ултыртылған үҫентеләрҙән мул уңыш алыу серҙәрен белә. Уның кәңәштәрнә ҡолаҡ һалайыҡ.

  • Күп баҡсасылар теплицалар һәм баҡсаларҙа йәшелсә үҫтереү буйынса тәжрибәм менән уртаҡлашыуҙы һорайҙар. Айырыуса теплицаға ҡасан һәм нисә помидор һәм ҡыяр ултыртыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыналар.
  • Помидор ултыртыуға нисек әҙерләнгәнемде күрһәтәйем. Мин помидор өсөн 26 соҡор, ҡыяр өсөн 8 соҡор әҙерләйем. Һәр соҡорға 0,5 биҙрә тиреҫ, бер аш ҡалағы ОМУ ашламаһы һәм балыҡ оно һалам. Йәш үҫентеләрҙе төнгө һыуыҡтарҙан һаҡлау өсөн өсөн дуғалар ҡуйҙыҡ, 2 ҡатлы япма менән уларҙы ҡаплап ҡуйҙым.
  • Ҡыяр теплицаһында ҡыяр ултыртыу өсөн 20 соҡор, ҡауын өсөн 8 соҡор эшләнем. Май урталарында, ғәҙәттә, ҡыяр ашай башлайбыҙ, - тип Тәнзилә апай кәңәштәрен йәлләмәй.

Ә һеҙ теплицағыҙға нимә ултыртып өлгөрҙөгөҙ?

 

Фотолар авторҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...
Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...
Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...
Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: