Алда май байрамдары – оҙайлы ялдар тора. Был көндәрҙә түбәндәге эштәрҙе башҡарып ҡуйырға була.
* Тирә-яҡты сүп-сарҙан, ҡоро үлән-япраҡтарҙан таҙалайбыҙ. Әгәр баҡсағыҙҙа, ихатағыҙҙа ҡырмыҫҡа иләүен тап итһәгеҙ, уларға ҡаршы "Гром", "Муравьед" кеүек сараларҙы ҡулланырға мөмкин: тупраҡ эсенә һипһәгеҙ, һөҙөмтә булыр.
* Ҡоро көндө һайлап, емеш-еләк ағастарының ботаҡтарын киҫегеҙ, ҡыуаҡтарҙыҡына тейешле форма бирегеҙ. Уларҙы ҡоротҡостарға ҡаршы тәғәйен препараттар менән эшкәртегеҙ.
* Емеш-еләк ағастарының олонона йәбешкәк таҫмалар ҡуйығыҙ - ҡоротҡос бөжәктәр менмәҫ. Төптәренә азотлы ашлама һибегеҙ.
* Теплицаларҙы таҙартҡас, унда редис, йәшеллектәр сәсергә була. Былтыр фитофтора яфалаһа, фармйод менән эшкәртергә кәңәш ителә.
* Шулай уҡ үрсетмәләрҙе үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Һауыттарына тупраҡ өҫтәйбеҙ. Уларҙы теплицаға сығарып торорға ла була.
* Йәшелсәләрҙең урынын йыл да алмаштырып тороу кәрәклеген иҫтән сығармайбыҙ.
Ялдарығыҙ матур, һөҙөмтәле үтһен!
Фото: Город.ру