Колорадо ҡуңыҙы тигән бөжәк бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш. Ҡайҙан килеп ингәне лә, нисек үрсеп күбәйеүе, картуф һабағын юҡ итеүе, уңышты ҡотҡарыр өсөн һиптергән ағыуҙарға күнегеүе лә билдәле.
Генетик мутация ярҙамында биологик төрҙәр бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡулайлаша, үрсей һәм тәбиғәттә һаҡланып ҡала. Колорадо ҡуңыҙы ла шулай итә. Әйтәйек, генындағы ацетилхолинэстераза мутациялап, колорадо ҡуңыҙы фосфорорганик инсектицидтарға бирешмәҫ булды, ә натрий каналы мутацияһы синтетик инсектицидтарҙың күбеһен файҙаһыҙға әйләндерҙе.
Был афәт менән нисек көрәшергә һуң? Иң төп ҡағиҙә – химик ағыуҙарҙы башҡа бер ни менән алдырып булмағанда ғына ҡулланырға кәрәк.
Картуф ерегеҙ ҙур булмаһа, бөжәкте ҡул менән йыйырға мөмкин. Йыйырға ла яндырырға йә кәрәсин, бензин, тоҙ иретмәһе ҡойолған һауытҡа һалырға кәрәк.
Биологик саралар ҡулланығыҙ: картуфҡа дегет һабыны иретмәһе йә әҙер “Кыш-вредитель” препараты һиптерегеҙ. Уның составында ҡайын дегете, майлы кислоталарҙың калийлы тоҙҙары һәм файҙалы тәбиғи бактериялар бар. Картуф бүлбеләрен ултыртыр алдынан дегет һабыны иретмәһенә һалып тороу уны ҡаты ҡорттан да (проволочник) һаҡлай.
Йәнә бер кәңәш: колорадо ҡуңыҙына бирешмәй торған сорттар ултыртығыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан селекционерҙары сығарған “башкирский” сорты, япрағын ҡуңыҙ һалған йомортҡа өйөмө тирәләй ҡоротоп, уларҙы төшөрөп ебәрә белә. Йәнә “каменский”, “брянский надежный”, “утро”, “зарево”, “ласунок” сорттары ла бирешмәй, сөнки һабаҡтарында ҡуңыҙ яратмаған соланин һәм башҡа ағыулы матдәләр күп, япраҡ-һабаҡтары ҡаты, ныҡ йөнтәҫ, яңы япраҡтары дәррәү үҫеп торғанға, ҡорт ашағандан картуф зыян күреп өлгөрмәй.
Картуфтың районлаштырылған сорттарын һайлау ҙа мөһим. Улар төбәгегеҙҙә таралған сирҙәргә ҡаршы тора, климатҡа яраҡлашҡан була, шуға колорадо ҡуңыҙына ла бирешеп бармай. Бындай сорттарҙың уңышы ла мулыраҡ булыусан.
Сәсеү әйләнешен үтәү мөһим. Картуф айырыуса ҡуҙаҡлы культураларҙан (фасоль, соя, ҡара борсаҡ, борсаҡ), кәбеҫтә, ҡыяр, ҡабаҡ, тамыраҙыҡтар (кишер, шалҡан, аңра шалҡан, редис), һуған, һарымһаҡтан һуң яҡшы үҫә. Картуфты йыл да бер урынға ултыртыу яҡшы түгел, сөнки тупраҡта ауырыу тыуҙырған микроорганизмдар күбәйә. Йәшелсә сорты йылдан-йыл көсһөҙләнә, сиргә һабыша һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тора алмай башлай. Иң яҡшыһы – уны элекке урынына 4–6 йылдан һуң ғына ултыртыу.
Картуф ере тирәләй ҡоротҡостарҙы өркөткөс үҫемлектәр – бәрхәт үлән, пәйғәмбәр тырнағы, гөлбаҙран, настурция, әрем сәсегеҙ. Ҡайһы бер кешеләр баҡсаны ҡара борсаҡ, фасоль, һарымһаҡ, һуған, керән түтәлдәре менән урата.
Иртә яҙ «алдатҡыс сәсеү» яһағыҙ – картуф ултыртырға 1-2 аҙна ҡалғанда картуфлыҡ буйына 3–5 төп сәсеп ҡуйығыҙ. Улар алдан үҫеп сығыр ҙа бөтә ҡуңыҙҙы үҙенә йыйыр. Уларҙы сүпләп юҡ итеү еңелләшер. Ошо маҡсатта картуфлыҡ ситтәренә картуф киҫәктәре йә ҡабығы һалынған һауыттар ҙа ултырталар.
Йәнә энтомофагтар – ҡоротҡостарҙы ашай торған файҙалы бөжәктәр – тураһында ла онотмағыҙ. Колорадо ҡуңыҙын, уның ҡарышлауыҡтарын, һабаҡ-япраҡтарҙағы йомортҡаларын һаҫы ҡуңыҙҙар (ер өҫтөндә шәп-шәп йүгереп йөрөгән ҡара, йәшкелт, металл зәңгәр төҫөндәге ҡуңыҙҙар) ашай. Беҙ яратҡан ҡамҡалар ҡуңыҙҙың йомортҡаһын ярата. Алтынгүҙҙең ҡарышлауыҡтары ла ҡуңыҙ йомортҡаһы менән ҡарышлауығын сүпләй. Һағыҙаҡтар, себендәр ҡуңыҙ йомортҡаларын үҙҙәре ашай йә уларҙың өҫтөнә үҙҙәренекен һалып китә һәм шулай итеп үрсемен аҙыҡ менән тәьмин итә. Периллюс һәм подизус кеүек үҫемлек ҡандалаһы төрҙәре лә биологик көрәш фронтында эш итә.
Баҡсала химик инсектицидтар ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Нимәгә беҙгә аллергия, онкология, диабет, анемия, ҡан баҫымының күтәрелеүе, иммунитеттың көсһөҙләнеүе, елһенеүҙәр, шешенеүҙәр һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәр? Үҫемлектәрҙе ағыулы химикаттар менән эшкәрткәндә улар ҡоротҡостарҙы ғына үлтерә тип уйламағыҙ. Ағыу тупраҡҡа, үҫемлектәргә ағып төшөп, йәшелсә-емештә туплана, улар аша беҙҙең организмға үтеп инә.
Халыҡ сараларын да оноторға ярамай. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы үҫемлеккә ағас көлө һибеп сығырға (бер сутыйға 10 килограмм көл); рәт араларына яңы бысҡы вағы һибергә; картуф ултырта торған соҡорға бер ус һуған ҡабығы һалып ҡалдырырға; үҫемлектәргә бәпембә йә әрем төнәтмәһе һиптерергә (200 грамм үләнде 10 литр эҫе һыуҙа ике сәғәт төнәтеп, үләнен һөҙөп ташлағас, төнәтмәгә бер стакан йәшел һабын ҡушырға) кәңәш ителә.
Картуфты сығарып алғас та сидераттар (тупраҡ структураһын яҡшыртып, уны сәләмәтләндерә торған үҫемлектәр) – ужым арышы, кәрешкә, гәрсис, майлы торма сәсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Арыш менән кәрешкәне – яҙ, гәрсис менән торманы ер туңыр алдынан көҙ сәсеп ҡалдыралар.
Тәбиғи биопрепараттар ҡуңыҙҙарға ҡаршы ҙур көс булып тора. Колорадо ҡуңыҙы ҡарышлауығын биоинсектицидтар бөтөрә. Мәҫәлән, ике компонентлы “Гуми+БТБ Картофель” препаратын ҡулланырға була. Уның составындағы БТБ (битоксибациллин) бактериаль препараты колорадо ҡуңыҙының аш һеңдереү юлдарын зарарлай. Беренсе үрсемдең ваҡ ҡына ҡарышлауыҡтары күренеү менән эшкәртеүҙе башларға кәрәк. “Гуми+БТБ Картофель” препаратын бер миҙгел эсендә өс тапҡыр һиптереү яҡшы. Препарат гуми гумин кислоталары нигеҙендә эшләнгән, ул үҫемлектәрҙең сыҙамлылығын арттыра, уңышын күтәрә, тамырҙарын нығыта. Картуфтың япраҡтары ҡатҡыллана, ә ҡуңыҙ ундай япраҡты яратмай.
Гөлсимә СӘЛИХОВА.
Реклама