Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
29 Апрель 2022, 14:45

Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт

Беҙҙең гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе оҫта баҡсасы Тәнзилә Ғарипова йыл һайын баҡсаһында ҡарбуз менән ҡауын үҫтереп, мул уңыш ала. 

Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
  • Ҡарбуз һәм ҡауын ултыртырға әҙерләнәбеҙ. Тәү сиратта йылы түтәлдәр эшләйбеҙ. Бының өсөн 60 см киңлегендәге соҡор ҡаҙып, уны баҡса ҡалдыҡтары менән тултырырға кәрәк. Уның эсенә былтырғы япраҡ, үлән һалһағыҙ ҙа була. Артабан был соҡорҙо ер менән тултырабыҙ. Орлоҡто сәскәндән һуң, ҡараңғы япма менән ябырға, ә сәселгән урындарҙы билдәләп ҡуйырға кәрәк. Ҡараңғы япманың ситтәрен ергә күмеп ҡуйығыҙ, - тип кәңәш итә Тәнзилә Ғарипова.

Уңған хужабикә ҡауындың “Злата скифов”, “Эфиопка” сорттарын, ә ҡарбуздың “Рафинад”, “Большая пекинская радость”, “Самый первый”, “Ранний Кубани” сорттарын алырға кәңәш итә.

Фотолар авторҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Ҡауын менән ҡарбуз сәсергә ваҡыт
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: