Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
29 Апрель 2022, 12:54

Ер эшсәндәре, берләшәйек!

“БашИнком” ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһы “Жизненки” яңы халыҡ проектында ҡатнашыу­сыларҙы эҙләй. Әгәр һин әүҙемһең, үҙ баҡсаң бар, ер эшкәрткәндә химикаттар ҡулланмайһың, экологик яҡтан таҙа йәшелсә-емеш үҫтереп аҡса эшләргә теләйһең икән, фекерҙәштәр командаһында көтәбеҙ.

Беҙ һине сифатлы, уңды­рыш­лы орлоҡ менән тәьмин итербеҙ, тупраҡҡа агрохимик анализ яһап, кәрәкле тәбиғи биоашламалар һайларбыҙ, кәрәкһә – ерҙе лә һөрөп би­рербеҙ. Тағы ла мул уңыш алырлыҡ технологияны өйрә­тербеҙ, уңышты һатыу йәһә­тенән дә ярҙам итербеҙ. Беҙгә ҡушылырға әҙер булһаң, шылтырат!

Бәйләнеш өсөн телефон:

 +7 (917) 453-88-24.

Мул уңыш артынан ҡыуып, ауыл хужалығында байтаҡ ағыулы химикаттар ҡул­ланыла. Шул уҡ ваҡытта пестицидтар кеше организмына  эләгеп, уны ағыулай, хатта үлемгә килтереүе лә ихтимал. Ағыулы канцерогендар яман шеш, мутациялар тыуҙыра, иммун системаһын ҡаҡшата.

“Жизненки” – халыҡты һауыҡ­тырыу проекты. Ул биоашламалар ҡулланып үҫте­релгән таҙа аҙыҡ-түлек етеш­тереүгә, бер үк ваҡытта үҙ тырыш­лығың менән аҡса эшләүгә  ҡорола.

“БашИнком” ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһы.

Читайте нас: