Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
6 Май 2022, 12:50

Бөгөн төндә Башҡортостанда ла ҡар яуған

Вахтала булған туғандар, Себерҙә инде өсөнсө көн күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора, тип хәбәр итте. Әллә шул бурандың осо беҙгә тейҙеме икән?

Бөгөн төндә Башҡортостанда ла ҡар яуған
Бөгөн төндә Башҡортостанда ла ҡар яуған

Кисә Татарстанда ҡар яуыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн төндә Башҡоростанда ике урында ҡар яуыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Белорет районының Елмерҙәк тауында ҡар ята. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында иһә яңынан ҡыш килгәндәй булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙәге һауа торошона килгәндә, төндә ер өҫтө -5 градусҡа тиклем туңыуы хәүефе лә бар, көндөҙ иһә +7, +12 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Шулай уҡ ел урыны менән секундына 17 метр тиҙлектә иҫәсәк, күреү һәләте 500–1000 метр самаһы буласаҡ.

Әйткәндәй, туғандар, Себерҙә - Гыдала инде өсөнсө көн күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора, тышҡа сыҡҡыһыҙ, тиҙәр. Әллә шул бурандың осо беҙгә тейҙеме икән?

Фото: Рәмилә Мусина.

Бөгөн төндә Башҡортостанда ла ҡар яуған
Бөгөн төндә Башҡортостанда ла ҡар яуған
Бөгөн төндә Башҡортостанда ла ҡар яуған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: