Уның һорауына Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.
Ҡурай еләге яҙ көнө айырыуса хәстәрлек талап итә. Ҡыштан һуң ҡыуаҡтар көс йыя, уға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк. Әгәр ҡышын ботаҡтарҙы бөгөп һалған булһағыҙ, уларҙы төҙәйтеп, нығытмаға беркетеп бәйләп ҡуйығыҙ. Әгәр ҡыуаҡтарҙы һалам йә былтырғы япраҡтар менән япҡан булһағыҙ, уларҙы сығарып ташлағыҙ. Сибек һәм былтырғы ботаҡтарҙы киҫеп ташларға кәрәк.
Ҡурай еләге азотлы ашламалар ярата. 1 квадрат метр майҙанға биш литр шыйыҡса һибергә кәрәк. Иретмәне былай әҙерләйбеҙ: 1:10 дәүмәлендә тиреҫте һыу менән болғатып, өс-дүрт көн тотабыҙ ҙа һибәбеҙ. Йә шул уҡ бер квадрат метр майҙанға 6 килограмм тиреҫ һалабыҙ ҙа, һәйбәт итеп һыу ҡоябыҙ.
Ҡурай еләге сәскә атҡанға тиклем төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән дарыу һиптерергә кәрәк. Мин “Лепидоцид” тигәненә өҫтөнлөк бирәм.
Себендең ҡаршлауыҡтарын еләгендә күрергә була: улар аҡһыл төҫтә, 5 миллиметр самаһы.
Ҡышты был себен ҡыуаҡтың төбөндә үткәрә. Яҙын ботаҡтар үҫеп сыға башлау менән йомортҡа һала башлай. Өҫкө япраҡтарҙың һәр береһенә берәр йомортҡа тура килә. 5 – 8 көндән йомортҡанан сыҡҡан ҡаршлауыҡтар әле йомшаҡ ботаҡтың эсенә инеп, уны ашай башлай.
Йәй баштарында ҡыуаҡтарғыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ. Бер ниндәй сәбәпһеҙ уларҙың осо кибеп төшә башлаһа, тимәк был себен ҡаршлауыҡтарының “эше”.
Лилиә Нуретдинова фотоһы.