Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
10 Май 2022, 19:45

Ихатаһы көлөп тора

Ишембай районынан һоҡланғыс хужабикә Гөләйшә Ҡәҙерғолова ниндәй серҙәре менән уртаҡлашты?

Ихатаһы көлөп тора
Ихатаһы көлөп тора

Ишембайҙың Байғужа ауылында йәшәгән Гөләйшә Ҡәҙерғолованың йорт-ихатаһы матурлығына берәү ҙә битараф ҡала алмаҫ. Бер нисә йыл элек район кимәлендә уҙғарылған “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсында ла алдынғы урынға сыҡты ул.

Хужабикә быйыл да ең һыҙғанып баҡса эштәренә тотонған. "Ҡапҡанан килеп инеү менән эргә-тирәңдең сәскәгә күмелеп ултырғанын күрәһең дә, шунда уҡ кәйеф күтәрелеп, йөҙ яҡтырып китә. Бындай матурлыҡҡа балалар ҡайтһа ла ҡыуана. Шуға сәскәне йыл да күп итеп, төрлөһөн һайлап сәсәм. Быйыл үҙемә эште еңеләйтеү маҡсатында күп йыллыҡ сәскәләрҙе арттырҙым әле. Электән гөл яратам. Улар эргәһенән бер ҡасан да битараф үтеп китә алмайым", - ти Гөләйшә Ҡәҙерғолова.

Йәшелсә-емеш үҫтергәндә лә ул төрлө тәжрибәләр ҡуллана. "Теплицаға ҡыяр сәскәс, өҫтөн һалам менән ҡаплап ҡуйҙым. Был ысул уларҙы һыуыҡтан да һаҡлай, дымды ла тота. Әле матур ғына үҫеп киләләр. Һуңғараҡ һаламын йыйып алам", - ти уңған хужабикә.

Бәрәңге, ҡабаҡ ултыртҡанда ла үҙенә хас алымдарҙы файҙалана. "Быйыл бәрәңгене күп ултырттым. Тирә-яғына тултырып ҡабаҡ сәстем. Ҡабаҡ сәскән урындарҙы пластик йәшниктәр менән ҡаплап сыҡтым. Бының да үҙ сере – ҡарға, ҡош-ҡорт соҡоп туҙҙырмаһын өсөн ярҙам итә, һалҡындарҙан да һаҡлай", - ти ул.

Әле көндәр һыуығыраҡ. Тиҙҙән ҡояш нығыраҡ йылыта башлау менән Гөләйшә апайҙың ихатаһы тағы ла шау-сәскәгә күмелеп һоҡландырасаҡ!

Фотолар авторҙыҡы һәм ғаилә архивынан.

Ихатаһы көлөп тора
Ихатаһы көлөп тора
Ихатаһы көлөп тора
Ихатаһы көлөп тора
Ихатаһы көлөп тора
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: