Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
14 Май 2022, 18:54

Алданмағыҙ!

syl.ru
Фото:syl.ru

Орлоҡ һайлау ваҡыты етте, ләкин күп баҡсасыларҙан ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетәһең: “Ҡаптарҙы асһаң, бер нисә бөртөк кенә һалынған, уларының да яртыһы шытып сыҡманы... Сәбәбе нимәлә икән?” Ана шулай алданмаҫ өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Ни өсөн орлоҡтар шытмаған һуң?

– Сифаты ГОСТ-ҡа тура килмәй.

– Ҡаптың тышлығында орлоҡтоң нисек сәселергә тейешлеге күрһәтелмәгән йәки күрһәтелеп тә һеҙ уға иғтибар итмәгәнһегеҙ.

– Ваҡыты үткән. Орлоҡ тултырылғандан һуң, улар ябай ҡағыҙ пакетта – бер йыл, ә ҡурғаш­ланғанында ике йыл һаҡланырға тейеш.

– Барлыҡ агротехника ысулдары ҡулланылмаған.

Ошоларҙың тәүге өсәүһендә һатыусы менән етештереүсе ғәйепле булһа, һуңғыһында – баҡсасылар, йәғни тейешенсә иғтибар итмәгәнһегеҙ, сөнки беҙ орлоҡто урам буйынан да, магазиндарҙан да алабыҙ. Хәҙер бит махсус сауҙа нөктәләре байтаҡ, шуға ла иренергә ярамай: һыналған фирмаларҙыҡын эҙләп табырға кәрәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: