Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
14 Май 2022, 18:45

Еләк-емеш үҫентеһен белеп һайлағыҙ

sad-i-dom.com
Фото:sad-i-dom.com

Баҙарҙарҙа, юл ситтәрендә еләк-емеш үҫентеләренең төрлө сорттарын һаталар. Ултыртыу материалының ассортименты киң булһа ла, сифат мәсьәләһе барыбер көнүҙәк булып ҡала. Һатып алыусылар күп ваҡыт ҙур үҫентеләрҙе ала, уларҙың ҡайҙа үҫтерелгәне, ҡайҙан килтерелгәне, беҙҙең климат шарттарына тура килеү-килмәүе, тейешле документтары булыуы, сирҙәр һәм карантинлы объекттар менән зарарланыуы тураһында һорамай.

Үҫенте һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә? Уларҙы республикала үҫенте әҙерләү менән шөғөлләнгән йәки емеш питомниктарында күптән үҫенте үҫтереп һатҡан кешенән генә алырға кәрәк. Һайлаған сортығыҙ Урал төбәгендә үҫтереүгә тәҡдим ителгән булһын, беҙҙең республика ла ошо төбәккә ҡарай. Әлеге ваҡытта һатылған үҫентеләрҙең күбеһе көньяҡтан (Үзбәкстан, Молдова, Украина, Дағстан) индерелгән.

Тамыр системаһын кибеүҙән һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрелгәнлегенә иғтибар итегеҙ. Тамырҙар ҡыҙыл балсыҡҡа манып, полиэтилен пакетҡа һалынған һәм бәйләнгән булырға йәки тулыһынса һыуҙа тотолорға тейеш.

Емеш ағасы үҫентеһе тамырланып китһен тиһәгеҙ, бер-ике йыллығын алығыҙ, асыҡ тамыр системаһы булған өс-дүрт йыллыҡтары ергә ауырыраҡ берегә.

Асыҡ тамыр системалы үҫенте һатып алғанда тамырҙың торошона иғтибар итергә кәрәк. Тамырҙарҙың күләме һәм оҙонлоғо күп шарттарҙан – йәше, сорты, төрө һәм башҡаларҙан тора. Нисек булһа ла, ул таҙа, күп ваҡ тамырлы булырға тейеш. Тамырҙар механик зарарлан­маған, киҫеп ҡарағанда асыҡ һәм дымлы булһын. Япраҡ ярған үҫентеләр алмағыҙ, уларҙың япраҡ аша дымы сыға башлаған була һәм ергә насар берегәләр.

Ҡайырыһы зарарланған үҫенте яраҡһыҙ тигән һүҙ. Емеш үҫентеһе бер йыллыҡ булғанда – 60, ике йыллығы 100 сантиметр бейеклектән артмаҫҡа тейеш. Таҙа ике йыллыҡтар ялғау тирәһенә тигеҙ урынлашҡан кәмендә өс ботаҡлы була, идеаль рәүештә улар ялғауға ҡарата 45 градуста үҫергә тейеш. Үҫентегә сорты билдәләнгән бирка тағылыуы мотлаҡ.

Ауыл хужалығы үҫемлектәре орлоҡ­тары партияһын күсереп йөрөтөү һәм һатыу тәртибенә ярашлы, емеш һәм еләк культураларына ярлыҡ (этикетка) беркетелергә тейеш, ул һәр үҫентелә йәки ситтәге бер сыбыҡта булырға мөмкин. Ярлыҡта латин телендә ботаник исеме һәм рус телендә атамаһы яҙыла. Шулай уҡ һауытында партияла нисә үҫенте икәнлеге лә күрһәтелә.

Һатып алғандан һуң үкенмәҫ өсөн, ултыртыу материалынан тыш, уны һатып алыу урынын да дөрөҫ һайларға кәрәк. Үҫенте алғанда һатыусынан апробация актын, һынау үтеү протоколын һорағыҙ. Унда үҫентенең ҙурлығы һәм тамыр системаһы, һабаҡ торошо, ҡоротҡос­тары, сирҙәре, карантин объекттары, механик зарарланыуы күрһәтелә. Документ­тарҙың күсермәһе бирелгән осраҡта, ул мисәт менән нығытылған булырға тейеш. Ирекле сертификатлау системаһы буйынса сортҡа тура килеү сертификатын күрһәтергә мөмкин.

Илгиз ҒАТАУЛЛИН,

“Россельхознадзор” идаралығы инспекторы.

Читайте нас: