Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
14 Май 2022, 18:56

Яҙғы мәшәҡәттәр матурлыҡ өҫтәй

Май айында баҡсанан да матурыраҡ күренештең булыуы мөмкинме һуң? Йоҡонан уянған ерҙең иҫерткес еҫе, яңы ғына япраҡ ярған ағастар, күҙҙең яуын алырлыҡ беренсе сәскәләр, уларҙан бал йыйған тынғыһыҙ бөжәктәр, тәүге йәшенле  ямғырҙан һуң тәбиғәттең сағыу төҫтәргә мансылыуы...

 

Май айында баҡсала нимәләр эшләргә?

 

Әммә майҙағы баҡса, матурлыҡ өләшеү менән бер рәттән,  баҡсасыларға ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә, сөнки тап ошо мәлдә буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалына. Май –  барлыҡ төп культураларҙы тиерлек асыҡ тупраҡҡа ултыртыу, үҫентеләрҙе дым менән тәьмин итеү, ҡырауҙарҙан һаҡлау, үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән иң мөһим ай. Баҡсасылар өсөн көсөргәнешле осор башлана. Шуға ла “Май килә, мәшәҡәт өҫтәлә” тип әйтеүҙәре осраҡлы түгелдер.

Уңыш мул булһын тиһәң, майҙа баҡсала ниндәй эштәрҙе башҡарып ҡалырға?

Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеү. Иртә яҙҙан уларға махсус химик иретмәләр һибәләр. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән был эште ваҡытында башҡара алмаһағыҙ, быны майҙа ла эшләргә була, тик бындай сараны файҙалы бөжәктәргә зыян килтермәйенсә, бик һаҡ ойош­торорға кәрәк.

Иң яҡшыһы – ағас олондарын ҡубып торған ҡоро ҡабығынан таҙартып, штамбтарҙы баҡыр купоросы менән эшкәртеү. Ҡороған ҡабыҡты мотлаҡ янды­рырға кәрәк, сөнки тап шунда ҡоротҡостарҙың ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Иртән, һауа температу­раһы 10 градустан артмаған мәлдә, ағас, ҡыуаҡтарҙы һелкетеп, улар­ҙағы бөжәктәрҙе ергә төшөрөргә кәрәк. Быны ике-өс тапҡыр, биш көн һайын эшләргә мөмкин. Артабан ағас олондарына тоҙаҡ-билбау кейҙерергә була.

Ағас ботаҡтарын киҫәбеҙ. Йәш япраҡтар күренеү менән, ҡышты имен сыға алмаған ағас ботаҡтары күҙгә ташлана. Ҡороған ботаҡтарҙы – тулыһынса, өлөшләтә зыян күргәндәрен бөрөһө үлмәгән еренә тиклем киҫеп ташлайҙар.

Сәскә атыр алдынан ағас-ҡыуаҡтарҙы ашларға онотмағыҙ. Бының өсөн иң ҡулайы – мочевина: ағастың йәшенә ҡарап, бер квадрат метр ергә 15-30 грамм мочевина индерелә. Уның миҡдарын шырпы ҡабы менән иҫәпләргә мөмкин: 12 йәшкә тиклемге ағасҡа бер ҡап ашлама етә, 12-20 йәшлеккә – 1,5, ҡарт ағасҡа иһә – ике ҡап. Ашламаны индергәс, ағасҡа 4-5 биҙрә һыу һибергә онотмайбыҙ.

Сәскә атҡан ағастарҙы ҡырауҙан һаҡлайбыҙ. Майҙа һауа торошо йыш ҡына “көйһөҙләнеп” ала. Ҡырау буласаҡ уңышты тулыһынса һәләк итеүе бар. Быға юл ҡуймау өсөн нимә эшләргә? Иң ҡулайы – төтәтеү өйөмдәре. Иң аҫҡа ҡоро ботаҡ, һалам, уның өҫтөнә еүеш тиреҫ, ҡый үләне һалырға һәм тупраҡ менән ҡаплап, өйөм яһарға. Һауа температураһы минус ике градусҡа тиклем түбәнәйгән ос­раҡта  төтөн үҫентеләрҙе ҡырауҙан ҡотҡара.

Ағас төптәрен утайбыҙ, йом­шартабыҙ. Май – ағас, ҡыуаҡ төптәрен утау, йомшартыу өсөн иң уңайлы мәл. Был ғәмәлдәрҙән һуң ашлама индерәләр, һыу һибәләр һәм тиреҫ йәки бысҡы вағы һалалар. Был тупраҡтағы дымды һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Виноград тураһында ла онотмайыҡ. Үҫентеләрҙе ышыҡтан сығарып, шпалерға бәйләйбеҙ.

Ағасты ялғау. Майҙа күптәр емеш-еләк ағастарын ялғап ҡалырға ашыға, сөнки тап ошо айҙа олондар буйлап һут әүҙем аға, һөҙөмтәлә ялғанма тиҙ арала үҙләшеп үҫеп китә. Был осорҙа айырыуса груша, алмағастарҙы ялғайҙар, ә бына сейә, слива, алма, абрикос  кеүек үҫентеләрҙә гоммоз сире башланыуы ихтимал. Был ағастарҙы сәскә атҡанға тиклем йәки сәскәһе ҡойолғас ҡына ялғайҙар. Шул уҡ ваҡытта ағас ялғанмышында һуттың әүҙем ағыуы, ялғанма ботаҡтың тыныс хәлдә булыуы шарт. Бының өсөн ялғанманы еүеш сепрәккә төрөп, һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Ағасты ялғауҙың ниндәй алымдары бар һуң? Тәжрибәле баҡсасылар иң яҡшы ике ысулды ҡулланырға кәңәш итә. Тәүгеһе – ялғанмыш ағас ботағын урталай ярып, икенсеһе ялғанмышты ҡабырғаһынан уйып, ялғанманы шунда ултырталар. Ялғанма ерегеп китһен, ә киҫелгән урында дым кипмәһен өсөн ялғанған ерҙе полиэтилен менән урарға йәки был урынға баҡса ыуары һөртөргә кәрәк. Дүрт аҙна самаһы үтеүгә, ботаҡтар ялғанырға, бөрөләр асылып, үренделәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был ваҡытта полиэтиленды алырға мөмкин.

Еләк-емеш ҡыуаҡтары. Йыш ҡына май айы яуым-төшөмһөҙ була, шуға күрә ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарға һыу һибергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, үҫемлектәрҙе ашлау өсөн һыуға 1:10 нисбәтендә һыйыр тиҙәге йәки 1:20 нисбәтендә тауыҡ тиҙәге һалалар. Ҡыуаҡ төбөнә бысҡы вағы, ағас ҡайырын йәки ботаҡтарҙы ваҡлап һалыу яҡшы.

Майҙа ҡурай еләгенең ҡороған ботаҡтарын киҫеп ташлайҙар, ҡалғандарын тимер сымға бәй­ләйҙәр. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡурай еләге бер-береһенән кәмендә 1,5 метр арауыҡтағы рәттәргә ултыртылған осраҡта мул уңыш бирә. Шул уҡ ваҡытта рәттәр араһында үҫеп сыҡҡан йәш үҫентеләрҙе даими утап тороу шарт.

Ер еләге ултыртылған ерҙә ҡый үләндәрен утайҙар, тупраҡты йомшарталар, ашлайҙар, ҡоротҡос­тарға ҡаршы эшкәртәләр. Тупраҡты йомшартҡанда еләктең өҫкә сығып ятҡан тамырҙарын күмеп китергә кәрәк.

 

Эш планын алдан уҡ төҙөйбөҙ

 

Майҙағы мәшәҡәттәрҙән баш әйләнмәһен өсөн баҡсала түтәл­дәрҙе нисек һәм ҡайҙа яһауҙы алдан уҡ күҙаллау фарыз. Үҫем­лектәрҙең яҡтылыҡты, дымды яратыу-яратмауын да иҫәпкә алырға онотмағыҙ. Помидор, ҡыяр, таш­ҡабаҡ, ҡабаҡ кеүектәр ҡояшты үҙ итә. Ә бына һуған, кәбеҫтә, кишер, петрушка, укроп күләгәлә лә яҡшы үҫә.

Түтәлдәр планын төҙөү менән әҙерлек эшенә тотонабыҙ. Ерҙе ҡаҙып, йомшартабыҙ, кәрәкле ерҙәргә тиреҫ һалабыҙ.

 

Ниндәй йәшелсәне асыҡ тупраҡҡа ултырталар?

 

Орлоҡто ер яҡшы йылынғас ҡына  ултыртырға кәңәш ителә. Тик шул саҡта ғына ул тиҙ шытып, үҫеп китә. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында салатты, петрушканы йәки ҡуҙғалаҡты апрелдә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ, быны майҙа ла эшләргә мөмкин. Шулай уҡ майҙа редис, борсаҡ, ҡуҙаҡлы культуралар, яҙғы һарымһаҡ ултырталар. Борсаҡты бер нисә этапта (мәҫә­лән, өс көнгә бүлеп) ултыртыу яҡшы. Ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссон, ҡабаҡ кеүек йылы яратҡан культураларҙы 10 майҙан һуң сәсергә кәңәш итәләр. Ҡыяр түтәлен бейегерәк итеп яһайҙар, яҡшы итеп ашлайҙар, һыу һибәләр. Шпалер ҡуйһағыҙ, бигерәк тә ҡулай булыр. 20-25 майҙа ҡыяр үрсет­мәһен асыҡ тупраҡҡа сығаралар. Тик был ваҡытта төндә һауа температураһы йылы булырға тейеш.

Ташҡабаҡ, ҡабаҡ һәм патиссон иркенлекте ярата, юғиһә улар үҫә алмаясаҡ. Һирәгерәк итеп ултырт­һағыҙ,  мул уңыш бирерҙәр.

15 майҙан помидор, борос һәм баклажан үрсетмәләрен теплицаға сығара башларға була, ләкин һауа торошон даими күҙәтеү шарт: ҡырау төшә ҡалһа, теплицаны өҫтәмә материалдар менән йылытыу сараһын күрергә кәрәк. Асыҡ тупраҡҡа был культураларҙы ҡырау төшөү ихтималлығы тулыһынса бөткәс, йәғни 25 майҙан һуң ғына ултыртырға кәңәш ителә.

Әйткәндәй, үрсетмәләрҙе болотло көндә йәки кискә ҡарай күсереп ултыртыу отошло. Томат үрсетмәһен тәүге ныҡлы япраҡҡа тиклем ергә күмеп ултырталар. Ә бына борос тәрән ултыртҡанды яратмай.

Майҙа көҙҙән сәселгән кишер түтәлдәрен тәртипкә килтерәбеҙ, сыҡҡан шытымды һирәгәйтәбеҙ. Һаҡлауға һалына торған кишерҙе май аҙағында сәсәбеҙ.

Майҙың икенсе декадаһы – сөгөлдөр, фасоль ултыртыу осоро. Сөгөлдөр орлоғон һирәк ултырталар, сөнки тамыраҙыҡ яҡшы үҫешһен өсөн иркенлек кәрәк.

Майҙа ужым һарымһағының төбө формалаша башлай, шуға күрә түтәлгә майҙың тәүге һәм өсөнсө декадаһында  азот һәм органик ашламалар индерергә кәрәк. Ямғырҙан йәки һыу һипкәндән һуң һарымһаҡтың төбөн йомшартып сығалар.

Май аҙағында ай башында ултыртылған йәшелсәне һирәкләй­ҙәр, түтәлдәге ҡый үләндәрен утайҙар.

Лилиә НУРЕТДИНОВА, Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас: