Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
14 Май 2022, 18:49

Йылылыҡ, яҡтылыҡ ҡына етмәй

Теплицаларҙы рәткә килтерергә, мөмкинлек булһа, яңыларын эшләргә ваҡыт етте. Хәҙер һатыуҙа ла бик күп төрҙәре бар, ләкин бөгөн бар нәмәгә хаҡ “тешләшкәндә”, үҙең яһағаныңа етмәй.

Йәнең нисек теләй, шулай эшләй бир: бағаналар ултыртып, араларын бурсалар менән тоташтырып яһарға ла була, ер өҫтөнә үк бурсаларҙан да ҡоралар, ләкин улар тиҙ сереүсән, ике-өс йылдан тағы ошо уҡ мәшәҡәттәр алдында ҡалаһың. Шуның өсөн тиреҫле, тупраҡлы еренән өҫкәрәк кирбес йәки башҡа серемәгән материалдан яһарға кәңәш итәбеҙ. Ә өҫкә ошондай уҡ каркас-һөлдәне ағас бурсаларҙан эшләһәң дә була. Был яғын оҫталарға ҡалдырып, эскә үтәйек.

Бар теплицаның да маҡсаты – йылы яратҡан йәшелсә үҫтереү, помидор, борос, башҡа үҫентеләрҙе асыҡ һауаға сығарғансы тотоу. Шуға ла теплица эсендәге тупраҡ ҡатламы ла йылы булырға тейеш.

Иң яҡшы тиреҫ йылҡы малыныҡы иҫәпләнә, ләкин хәҙер барыһы ла ат тотмай. Шуның өсөн башҡа төрлө эшләргә кәңәш итәбеҙ. Һыйыр малы ҡураһынан сығарылған тиреҫкә ваҡ һалам, бесән, көнкүреш ҡалдығы ҡушырға кәрәк, ләкин уға тиклем парник, теплицалағы ерҙе ҡайнар һыу менән эшкәртәләр. Шунда уҡ уға биш сантиметр ҡалынлыҡта торф, һалам кәбәге йәйәләр. Һуңынан 10 сантиметр ҡатламда алдан әҙерләнгән тиреҫте “ябалар”. Тағы ҡайнар һыу ҡойола. Ошондай алым менән ҡатлам 50–60 сантиметр булғансы күтәртелә. Аҙаҡ инде ҡоро баҡса тупрағын 15–20 сантиметр итеп һалалар. Өҫтөн иҫке юрған менән ябалар. Тупраҡтан, тиреҫтән, көнкүреш ҡалдыҡтарынан торған ҡатлам йылынғансы шулай тоталар. Тейешле температураға еткәс, сәсһәң дә була.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: