Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Май 2022, 15:00

Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән

Баҡтиһәң, ул шәхси хужалыҡтарҙың ҙур булмаған картуф баҡсаларында файҙаланыу өсөн ҡорамал уйлап тапҡан.

Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән
Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән

Әле баҡса эштәренең ҡыҙған мәле, барлыҡ райондарҙа ла картуф сәсәләр, кемдәрҙер тамамлағандыр ҙа. Әбйәлил районының Йәнгел ауылынан Салауат Әминев ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан.

Баҡтиһәң, ул шәхси хужалыҡтарҙың ҙур булмаған картуф баҡсаларында файҙаланыу өсөн ҡорамал уйлап тапҡан.

“Бына сәскесем, бына картуф. Ошолай итеп ала ла, орлоҡто ошонда алып инеп китә лә, ошо торбанан төшөрөп һала. Артында күмгесе”, – тип күрһәтеп, тәфсирләп һөйләп биргән социаль селтәргә һалған видеояҙмаһында.

Ул сәскесте ҡул аҫтындағы материалдарҙы ҡулланып эшләгән, шул иҫәптән  “Жигули” автомобиленең тәгәрмәс дисктарын, комбайндың сылбырын, "йондоҙсоғон" файҙаланған.

– Картуф сәсеү хәҙер миңә уйын ғына. Рәхәтләнеп уйнап йөрөйөм бына. Яңы ғына сыҡҡайным, ярты баҫыуҙа уйнаным да, тағы ла ярты баҫыуҙа уйнаһам, бөтә. Бер үҙем, эргәмдә бер кеше лә юҡ. Картуф еренең яртыһында быҙауҙарыма бесән гөрләп үҫеп ултыра. Быйыл, Аллаға шөкөр, ямғырын да бирҙе, – ти Салауат ағай.

Ә һеҙ картуф сәстегеҙме? Әллә Салауат ағай кеүек баҫыуҙа "уйнанығыҙ" ғынамы?

Фото: скриншот.

Видеояҙма Салауат Әминевтең социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.

Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән
Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән
Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән
Салауат Әминев өсөн картуф сәсеү уйынға әйләнгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: