Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Май 2022, 16:15

Ҡыяр үҫтереү серҙәре

Ҡыярҙың һыу яратҡаны һәр кемгә билдәле. Һәр төбөнә ике-өс литр иҫәбенән даими һыу һибергә кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр 10 литр һыуға “Гуми” (ике балғалаҡ) йәки “Богатый Овощи” (ике аш ҡалағы) биопрепараттары өҫтәү яҡшы. Һыуҙы өс-биш көнгә бер тапҡыр һибеү файҙалы (һауа шарттарына ҡарап). Шулай итһәң, ҡоро тупраҡта ҡалған тамырҙар һыу эҙләп ян-яҡҡа үрелә башлай, тимәк, үҫә. Ғөмүмән, тамырҙарҙы һыуға батырып ҡуйырға ярамай, сөнки уларға кислород та кәрәк.

Ҡыяр һәйбәтләп үҫеп китһә, уны шпагат менән шпалерға бәйләп ҡуябыҙ. Тәүге өс быуын араһындағы (ҡуйындағы) күҙ­ҙәрҙе алабыҙ: бөтә ҡыярсыҡ­тарҙы һәм үренделәрҙе алып ташлайбыҙ. Үҫемлектәр көсөн емеш өлгөртөүгә түгел, ә нығынып үҫеп китеүгә тото­норға тейеш. Һабаҡтағы арта­банғы ҡыярҙарҙы ҡалдырабыҙ, сираттағы 6–7 ҡуйында ла үренделәрҙе алып ташлайбыҙ. 8–9-сыла үренделәр ҡала, ә беренсе япраҡ сыҡҡас, үрен­денең осон семтеп ташлайбыҙ. 10–12-се ҡуйындарҙа үренде­ләрҙең икешәр япрағын ҡал­дырабыҙ ҙа осон семетәбеҙ. Шпалерға яҡыная килә үрен­делә өс япраҡты ҡалдырырға була. Үҫемлектең осон шпа­лерға беркетеп, аҫҡа һәлен­дерәбеҙ һәм 0,5 метр тәңгә­лендә осон семтеп ташлайбыҙ.

Ҡыяр үҫентеһен формалаштырыу бик мөһим, шулай итеп, әкренләп йәшелсәләре тулыша, үренделәрҙең үҫеше контролдә була.

Йылытмала үҫемлектәрҙең ҡуйырып китеүенә юл ҡуйырға ярамай: дымлылыҡ артып, үҫемлектәр айырып китеүе бар. Үтә һирәк итеү ҙә дөрөҫ түгел: селләлә быжып ҡороп ҡуйыуҙары ихтимал.

Бәшмәк һәм бактерия­ларҙан һаҡлау өсөн 10–14 көнгә бер тапҡыр “Фитоспорин” һиптерегеҙ – ул онло ысыҡтан һаҡлар, юғиһә йылытма – был бәшмәктәрҙең үрсеүе өсөн ифрат ҡулай урын. Ошо уҡ сәбәптән үҫемлектәргә һыуҙы кис һибергә түгел, артыҡ дым төнгә ҡалмаһын.

Йылытмала ҡыяр тиҙ үҫә, күп аҙыҡ тотона. Шуға 10–14 көн һайын “Гуми-Оми” йәки “Бионекс-Кеми” (туҡлыҡлы һыу) һәм “Богатый Овощи” (тамырҙан ситтә) һибергә кәрәк. Миҙгел эсендә ике тапҡыр “Богатый-Микро Комплексный” (сәскәндән һуң бер аҙнанан һәм бер айҙан һуң) препараты ярҙамында микроэлементтар бирегеҙ. Һөҙөмтә­лә үҫемлектәр тотороҡло, көслө булыр, уңыш витамин һәм минералдарға байыр.

Аҫҡы рәттән башлап эштән сыҡҡан, һарғайған япраҡтарҙы өҙөп торорға онотмағыҙ. Быны ҡоро көндө иртән эшләү яҡшы. Һәр япраҡты ҡырҡҡандан һуң ҡайсыны 1 процентлы марганцовка иретмәһенә (сағыу алһыу төҫтәге иретмә)  манып алыу зарур, был ҡырҡынды урындары аша бактериялар үтеп инмәһен өсөн эшләнә. 

Аҫҡы япраҡтарҙы ҡырҡ­ҡандан һуң бер-ике көндән, яралар уңала төшкәс, үҫемлек­тәрҙең төбөн тупраҡ менән күмегеҙ. Шулай яңы тамырҙар үҫеп китер. Улар үҫемлектәргә өҫтәмә һыу һәм аҙыҡ алырға мөмкинлек бирер.

Йәй көнө йылытмала юғары температура, үтә дымлылыҡ, тығыҙлыҡ үҫемлектәргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Йылы 18-19 градустан арта башлаһа, елһеҙ яҡтан ишекте йә тәҙрәләрҙе ҡыҫып ҡуябыҙ. Көндөҙ бик эҫе булһа, ишек-тәҙрәләрҙе киреп асабыҙ. Көслө ел булһа, ел һуҡмаған яҡтағыларын ғына асабыҙ. “Гуми”, “Кормилица Микориза” һауа торошо килтергән стрестарҙы йомшарта.

Төнөн, һауа температураһы 10–12 градустан түбәнәймәһә, артыҡ дым сығып китһен өсөн елһеҙ яҡтағы тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырырға кәрәк. 

Уңышты ваҡытында йыйып тороғоҙ (ике-өс көнгә бер), юғиһә улар туҡлыҡлы матдә­ләрҙе тик үҙҙәренә тотонор, яңы йәшелсәләр яһалмаҫ. Ҡыярҙарҙы һабаҡҡа зыян килтермәй генә төп һабағынан һындырып алалар. Емшәндәр һарғайып, ҡойола башлаһа, тимәк, бор микроэлементы етешмәй. “Борогум” биопрепараты ҡулланығыҙ (300 миллилитр һыуға һалынған бер балғалаҡ препарат 10 квадрат метрға һибелә).

 

Елена ВӘЛИЕВА, төп агрохимик.

Реклама

Читайте нас: