Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусинаны баҡсаһы бик үҙенсәлекле ысул менән “ҡыуандырған”.
- Ямғыр бәшмәкһеҙ булмаҫ — көндәр йылына төшһә, урман яғын байҡармын әле тип йөрөһәм, бәшмәк ояһы үҙемдең ҡапҡа эсендә булған икән дәбаһа! Тиреҫ өйөмөнә мыжғып аҡ көләпә бәшмәге сыҡҡан (шампиньон - авт.). Тиреҫ алырға бер биҙрә тотоп барһам — биш биҙрә кәрәк булды ла ҡуйҙы! Күберәк булыр ине, бер килкеһе ярпайышып иҫкереп йә ҡортлап өлгөргән. Һыуыҡтан ҡурҡып, баҡсаға ла сыҡҡан юҡ бит. Ярай, иҫке ауыҙға яңы аш булды бөгөн. Май айында бәшмәк ашаған юҡ ине әле, - ти Рәхимә Мусина.
Аҡ көләпә бәшмәге электән деликатес булып һанала. Аҡһымдар һәм майҙар кимәле түбән булғанға, был бәшмәкте шәкәр сире менән яфаланыусыларға ла ашарға ярай. Башҡа йәшелсәләрҙән айырмалы, унда В витанмины күп, ауырыуса рибофлавин һәм тиаминға бай. Йыш ҡулланғанда, инфаркт һәм атеросклероз барлыҡҡа килеүен иҫкәртә.
Әйткәндәй, урман-туғайҙарҙа төрлө бәшмәк сыҡҡан. Ниндәйен йыйып өлгөрҙөгөҙ?
Фотолар Рәхимә Мусина сәхифәһенән алынды.