Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
27 Май 2022, 08:00

Гөлдәрең үлеп барһа...

Ябай ғына ҡатнашмалар үлеп барған гөлдө лә терелтеп ебәрер. Мәҫәлән, бер йомортҡаның ағы... 

Гөлдәрең үлеп барһа...
Гөлдәрең үлеп барһа...

Иң мөһиме – уларҙы әҙерләү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Бер йомортҡа ағына 200 миллилитр (бер стакан) йылы һыу ҡойоп, яҡшы итеп болғағандан һуң бер аҙна төнәтергә. Һуңынан был төнәтмәгә ике литр һыу өҫтәп, гөлдәргә һибергә кәрәк. Еҫенә иғтибар итмәгеҙ, составы гөл-сәскәләрегеҙгә бермә-бер килешер.

Гөлдәр өсөн тағы бер файҙалы төнәтмә: 10 грамм ҡоро сүпрәгә бер литр йылы һыу ҡойоп, бер нисә сәғәт йылы урында тоторға. Гөл төбөнә сүпрәле төнәтмә һибеү һөҙөмтәһендә микроорганизмдарҙың әүҙемлеге көсәйә, азот һәм фосфор бүленеү һөҙөмтәһендә органик есемдәрҙең минералға әүерелеү процесы тиҙләтелә. Гөлгә бер процентлы сүпрә төнәтмәһе (үрҙәге нисбәт) һибеү бер миҙгеллек комплекслы ашлама индереүгә тиң.

Фото: postila.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: