“Теплицала помидор, ҡыяр үҫентеләре, асыҡ түтәлдәрҙә еләк, ҡабаҡ сәскәгә төрөнгән, әммә емеш булып китә алмай аҙаплана. Ошо ваҡытта ниндәй ашлама ҡулланырға була икән?”
– Бор етмәһә, үҫемлектәрҙең буйға үҫкес остары, тамырҙары, үренделәре һәләк була. Сәскәләнеүгә зыян килә, шуға уңыш кәмей, йәшелсәлә, еләк-емештә аҡһым, витаминдар, углевод (крахмал, шәкәр) миҡдары кәмей, өлгөрөү мөҙҙәте оҙая.
Бор ҡытлығынан тамыраҙыҡтың үҙәге серей, алмала, армытта, сейәлә ҡабыҡ кеүек таптар сыға, уртаһы көрәнәйә, виноград еләге әскелтләнә. Емештәр ғәрипләнә, бөкө кеүек кәүшәк ерҙәре барлыҡҡа килә. Күҙәнәктең стеналары йоҡара, шунлыҡтан ҡоролоҡҡа, ауырыуҙарға бирешеүсәнлек арта, йәшелсәне, еләк-емеште ҡыш һаҡлау ҡыйынлаша.
Сәскәгә бөрөләнгән, емшән ебәргән, һабаҡ үҫтергән саҡта үҫемлек борҙы күп тотона, ул етмәһә, тамыр ҡорой йә үҫеүҙән туҡтай. Бор, тамырҙың әүҙемлеген арттырып, тупраҡтан фосфор ғына түгел, азот, калий һәм башҡа микроэлементтарҙың, углеводтарҙың, гормондарҙың үҫемлеккә үтеп инеүен тәьмин итә. Әммә, башҡа элементтарҙан айырмалы, был матдә ҡартайған ағзаларҙан йәштәренә күсмәй, шуға тамыр йә япраҡтар аша даими килеп торорға тейеш.
Сәскәгә бөрөләнә башлаған культураларҙы бор менән ашландырыу зарур. Эзбизле, карбонатлы, әсе, татырлы тупраҡ та ярлылана. Эзбиз борҙы үҫемлек үҙләштерә алмай торған рәүешкә индерә. Тупраҡ уңдырышлы булған хәлдә лә, ямғырҙар, һыу һибеү уны тамырҙың буйы етмәҫ ҡатламдарына йыуып алып төшә.
Борлы ашламаларҙан “Борогум” препараты айырым урын биләй. Унда бор гуматтар менән бәйләнгән, улары туҡлыҡлы элементтарҙы үҫемлек күҙәнәктәренә үткәрә. Күп йыллыҡ тәжрибәләр “Борогум”дың тамыр яһалыуҙы көсәйтеүен, помидорҙың һәм ҡыярҙың сәскәләре, емшәндәре ҡойолоуын кәметеүен, тамыраҙыҡтарҙа һәм йәшелсәлә, еләк-емештә шәкәрҙе арттырыуын раҫланы.
Зәлифә ЙОСОПОВА
Реклама