

Яңауыл районының Яңы Алдар ауылында йәшәгән Әхмәҙишиндарҙың йорто әллә ҡайҙан бында эшһөйәр, ижади ҡарашлы кешеләр йәшәүен һөйләп тора.
Йорт хужаһы Шамил Сабир улы “РН-Транспорт” йәмғиәтендә эшләй. Хужабикә Рәүфә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыуҙан йәм таба. Нимәләр генә эшләмәй оҫтабикә ханым: фоамирандан сәскәләр, топиарийҙар, бәйләм, тегеү өлгөләре – барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ! Уларҙы яҡындарына, дуҫтарына ихлас күңелдән бүләк итә. Бынан тыш, Рәүфә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы бешеренергә ярата, сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлештәрен заказ буйынса ла йыш бешертеп, һатып алалар.
Яҙҙан көҙгә тиклем Әхмәҙишиндарҙың баҡсаһы ла күҙҙе йәмләр урынға әйләнә. Яһалма һыу ятҡылығы булдырып, уның эсенә уйынсыҡ өйрәк һәм бәпкәләрен “йөҙҙөрөп ебәрәләр”, ә балыҡтар – ысын.
Әхмәҙишиндар күпләп мал көтә, шуға күрә һөт, ит, йомортҡа – барыһы ла үҙ хужалығынан. Эшһөйәр, тырыш ғаилә Айгөл исемле ҡыҙ һәм Айбулат исемле ул тәрбиәләп үҫтергән. Айгөл ғаиләһе менән Себер тарафтарында төпләнгән, Айбулат әлеге ваҡытта әрме хеҙмәтендә.
Яңы Алдар ауылының өлгөлө, матур ғаиләһенә тик уңыштар, именлек теләйбеҙ.