Ҡайһы бер кешеләр ҙур-ҙур баҡсаларҙағы ерҙе һөрөп картуф ултыртып ыҙаламай икән. Бәғзе берәүҙәр был йәшелсәне һалам аҫтында үҫтерә. Иң аҫҡа тиреҫ һалып, ерҙән ярты метр бейеклектә күтәртеп, оҙонлоғо 10-20 метр, киңлеге бер метр булған түтәлдәр яһайҙар. Уларҙы ян-яғынан шифер кеүек берәй нәмә менән кәртәләп алырға ла була.
Картуфты ошолай үҫтергән кешеләр бына нимә һөйләй:
– Ҡул менән тәрән булмаған соҡор яһала, унда һуған ҡабығы һалына. Унан шытҡан картуф орлоғон теҙеп сығып, өҫтөнә көл һибелә. Тупраҡ менән күммәй, 20 сантиметр ҡалынлыҡтағы ваҡ һалам менән ҡапларға. Һалам аҫтындағы картуф оҙаҡ тишеп сыға, шуға күрә ныҡ итеп өйөргә кәрәкмәй. Көҙгөһөн һабағын сабып мәшәҡәтләнмәйһең, үҙе ҡороп бөтә. Бер төптән 8-9 эре бүлбе сыға. Улар тауыҡ аҫтынан йомортҡа йыйған кеүек йыйыла. Һуған ҡабығы һалыу, көл һибеү сысҡан һәм башҡа ҡоротҡостарҙы ҡурҡыта.
Ә һеҙ был турала ни әйтерһегеҙ? Яңы ысул оҡшаймы? Уны ҡулланып ҡарағанығыҙ бармы?
Фото: "Ирек майҙаны" гәзите төркөмөнән.