Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
16 Июнь 2022, 22:00

Уңған баҡсасы кәңәш итә

Сүп үләндәренә ҡаршы көрәштә ҡулланыу өсөн бик үҙенсәлекле алым тәҡдим итәбеҙ. Ни әйтерһегеҙ? 

Уңған баҡсасы кәңәш итә
Уңған баҡсасы кәңәш итә

Бына бер баҡсасының сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланған кәңәше. "Уны өй шарттарында еңел әҙерләргә мөмкин, миңә файҙаһы тейҙе", ти ул. Хәтер һандығығыҙға һалып ҡуйығыҙ.

"Кәрәк буласаҡ: 9 процентлы аш һеркәһе, лимон кислотаһы, 40 процентлы спирт, ҡашығаяҡ йыуыу сараһы, һыу. Икешәр ҡалаҡ (күләм ошо нисбәттән сығып алына) аш һеркәһе, посуда йыуыу өсөн шыйыҡса, лимон кислотаһына 50 мл спирт (араҡы) һәм өс стакан һыу ҡушыла. Бөтәһен бергә яҡшылап бутап, һиптергесле һауытҡа ҡоябыҙ. Ямғырһыҙ көндө сүп үләне күп таралған ергә һиптерәбеҙ".

Ә һеҙ ҡый үләндәренә ҡаршы көрәштә ниндәй саралар ҡулланаһығыҙ? 

Фото:golosros.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: