Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
23 Июнь 2022, 20:00

Фитофтора ауырыуы ҡаршы нисек көрәшергә?

Ҡул аҫтындағы дарыуҙар ярҙам итер. Рецебы - яҙмала.

Фитофтора ауырыуы ҡаршы нисек көрәшергә?
Фитофтора ауырыуы ҡаршы нисек көрәшергә?

Ямғырлы йәй үҙенекен итә: әле тышҡа ултыртылған томаттар бирешмәһә лә, фитофтора ауырыуы килеп сыҡһа, “һә” тигәнсе уңышты юҡ итеүе ихтимал.

Ғәҙәттә, баҡсасылар үҙҙәре һынап ҡараған ышаныслы ысулдар менән эш итә. Мәҫәлән, күптәр аптекала һатылған метронидазолды ҡуллана. 200 грамм эремсек һыуына 10 миллилитр зеленка һәм ике таблетка метронидозол ҡушып болғатҡас, 2 литр һыу ҡушып, ошо эретмәне помидорҙарға һиптереп сығырға кәрәк. Айырыуса үҫентенең япраҡтарына дарыу эләкһен.

Был алымды ҡыяр, борос, баклажанға ла ҡулланырға була. Ошо иҫкәртеү сараһы төрлө бәшмәк, серек һәм фитофтора ауырыуынан һаҡлар. Ике аҙна һайын үҫентеләргә һиптереп торорға була.

Уңыш йыйыр алдынан ике аҙна был эшкәртеүҙән баш тартырға кәрәк. 14 көндә дарыуҙың эҙе ҡалмаясаҡ.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: