Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
23 Июнь 2022, 17:00

Лайлалы ҡусҡарҙар әүҙемләште

Үрсеүгә шарттар булдырмаҫҡа кәрәк

Лайлалы ҡусҡарҙар әүҙемләште
Лайлалы ҡусҡарҙар әүҙемләште

Быйылғы ямғырлы, эҫе йәй баҡсасыларға һынау артынан һынау өҫтәп кенә тора. Ямғырҙар башланыу менән баҡсала лайлалы ҡусҡарҙар күбәйҙе. Ниндәй генә сара күрелмәне – еңеп булмай.

  • Лайлалы ҡусҡар (слизень) – баҡсала иң ерәнес ҡоротҡостарҙың береһе. Баҡса ҡусҡары бигерәк тә кәбеҫтәне үҙ итә. Йылы, ямғырлы йәй – уларҙың күпләп үрсеүенә сәбәпсе. Күптәр был ҡусҡарҙарҙы нимә эшләтергә, тип аптырап ҡала, - ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгесе Мәнәүәрә Хисамутдинова һәм бер нисә халыҡ ысулын тәҡдим итә.

Бер биҙрә һыуға бер стакан 9 процентлы һеркәне һалырға һәм кисен кәбеҫтәгә һиптерергә. Шыйыҡса ҡусҡарҙың тәненә тейһә, яндыра икән.

Икенсе ысул - 2 аш ҡалағы нашатырь спиртын, 15 г ҡоро гәрсисте бер литр һыуға һалып, болғатып һиптертергә.

Өсөнсө ысул – ҡусҡарҙарға мунса! Был ысулды ла күп баҡсасылар маҡтай. Лайлалы ҡусҡар эҫене үҙһенмәй. Шуға ла һыуҙы 60 градусҡа тиклем йылытабыҙ ҙа лейка ярҙамында кәбеҫтәгә һибәбеҙ.

  • Был ысулдарҙың береһе лә ярҙам итмәһә, химикаттар ҡулланырға кәрәк буласаҡ. Улар “Гроза” һәм “Мета” препараттары. «Слизнеед» тигән препарат та һәйбәт ярҙам итәсәк, - тип кәңәш итә Мәнәүәрә Сөләймән ҡыҙы.

 

Фото: Лилиә Нуретдинова.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: