Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Июнь 2022, 15:24

Сәсергә онотманығыҙмы?

mk.ru
Фото: mk.ru

Кишерҙән дә ябайыраҡ йәшелсә юҡтыр. Уның организмға кәрәкле витаминдарға, минералдарға бай булыуы яҡшы билдәле. Уны бешереп тә, сей килеш тә ашарға була. Бешергәндә С витамины тарҡалһа ла, А һәм Е витаминдары һаҡлана. Өҫтәүенә ғалимдар, термик эшкәртеү кишерҙә антиоксиданттар кимәлен арттыра, тип иҫәпләй.

Кишер бета-каротинға бай. Бауыр ферменттары тәьҫирендә ул эске ағзалар һәм системалар эшмәкәрлегенә ярҙам иткән А витаминына (ретинол) әүерелә.  Барыһынан да элек күҙҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлай. Был витамин етешмәһә, кеше эңерҙә күреү һәләтен юғалта, саҡ ҡына ҡараңғыла ла күрмәй торған күҙ ауырыуы башлана. Икен­сенән, А витамины күҙҙәрҙең селтәрле шекәрәһе сәләмәтлеген һаҡлай һәм күҙ алмаһының эске ҡабығының быуындан-быуынға насарлана барыуын  иҫкәртә.

Ретинол һөйәктәр, тештәр, тырнаҡ­тар формалашыуында мөһим роль уйнай. Тиренең һәм сәстәрҙең матурлығына ла ыңғай йоғонто яһай.  Был витамин яҡшы үҙләштерелһен һәм орга­низм­ға файҙа килтерһен өсөн, сей кишерҙе үҫем­лек майы йәки ҡаймаҡ менән ашарға кәрәк, ти диетологтар. Кишер, күҙәнәкле туҡымаға бай булғанлыҡтан, аҙыҡ эшкәртеүҙе көйләй, ә калий һәм магний йөрәк-ҡан системаһы өсөн файҙалы.

Медицинала элек-электән был тамыраҙыҡты дауалау үҙенсәлектәренә эйә тип иҫәпләйҙәр. Уны каротин алыу өсөн сеймал итеп файҙа­ла­налар.  Шулай уҡ унан күҙәнәкле туҡыма, глюкоза, лецитин, эфир майҙары алалар.

Стоматологтар  тештәр һәм теш ҡаҙналары  ныҡ булһын өсөн сей кишерҙе йышыраҡ ашарға кәңәш итә.  Ә каротин теш эмален нығыта.

Бер һүҙ менән әйткәндә, был ябай, әрһеҙ тамыраҙыҡты күккә сөйөп маҡтауҙың  бер кәрәге лә юҡ, һәр уңған хужабикә уны йыл да баҡса­һында сәсеп тәрбиәләй һәм аш-һыу әҙерләүҙә рәхәтләнеп файҙалана.

-  Д. ФӘТИХОВА

Читайте нас: