Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
26 Июнь 2022, 18:00

"Һөйөнсө! Турғай еләге бешкән!"

Тип хәбәр итте үҙенең сәхифәһендә Ғәҙилә Бүләкова. Ә беҙ һеҙгә еләктән рецепттар тәҡдим итәбеҙ.

"Һөйөнсө! Турғай еләге бешкән!"
"Һөйөнсө! Турғай еләге бешкән!"

“Һөйөнсө! Турғай еләге бешкән! Яман тәмде, ти. Ысын ғына! Ейәнемдең ҡыуанып ашап ултырған фотоһы буйынса әйтәм”, - тип яҙҙы ғалимә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.

Бүләковтар был еләкте Иглин районында йыйған. “Был төбәктә еләк иртәрәк бешә”, – ти улар.

Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға еләктән “тәмле” рецепттар тәҡдим итәбеҙ.

Еләктән ҡайнатма

Бер килограмм еләккә 1,2 кило самаһы шәкәр алына. Ҡайнатма өсөн боҙолмаған еләктәрҙе генә һайлайбыҙ. Уларҙы ныҡ һалҡын һыуҙа тиҙ генә сайҡатығыҙ. Һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, 5-6 сәғәткә һалҡыныраҡ урынға ҡуйып тороғоҙ. Еләктән сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләргә. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотоп, уны еләк өҫтөнә ҡойоп, һыуытығыҙ. Артабан тағы талғын ғына утта биш-ете минут ҡайнатыла. Ҡайнатманы эҫе килеш банкаларға һалып ябырға.

Үҙ һутындағы еләк

Бер килограмм еләк, 250 грамм шәкәр алына. Еләкте һалҡын һыу менән йыуып, дуршлагта һарҡытырға. Шунан эмаль һауытҡа һалырға һәм бер нисә сәғәткә шулай ҡалдырырға. Һутына шәкәр ҡушып, 90 градусҡаса йылытырға (ҡайнау хәленә еткерергә). Һутты еләк өҫтөнә ҡойорға һәм ҡапҡастарын ябып, 0,5 литрлыҡ банкаларҙы – 15 минут, 0,7 литрлыҡтарын 20 минут самаһы стерилләргә.

Фото Ғәҙилә Бүләкованың шәхси архивынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: