Барлығы был уңған ғаиләнең баҡсаһында һигеҙ сорт бәрәңге үҫә: 75, 90, 120 көндә өлгөргәндәре бар. Төрлөһөн төрлө ваҡытта, һуңғыларын 3 майҙа сәскәндәр.
Иң беренсе ултыртылған бәрәңгеләр өлгөргән. Уларҙы йәйен ашау маҡсатында махсус рәүештә тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы һайлағандар. Бәрәңге эре булһын өсөн үҙҙәренең алымдары менән бүлеште баҡса оҫталары:
Зөлфиә менән Салауат Ғәлиәхмәтовтар баҡсаһында бер генә метр буш ятҡан ерҙе лә күрмәҫһен. Йәшелсә-емеш, ҡыуаҡтарҙың төрлөһө урын алған. Помидорҙары ла ҡыҙарып бешә башлаған. Ҡарағаттарының емештәре хатта сейә ҙурлыҡ була.
Баҡса үҫтереүҙәге башҡа серҙәре тураһында тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.