Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
6 Июль 2022, 14:15

Һары май ашағандар арымай!

Ә һеҙ һары май ҡушып эшләнгән сейәле, бөрлөгәнле, көртмәлеле, ҡарағатлы, муйыллы май яратаһығыҙмы? Яратһағыҙ, рецепт - яҙмала. 

Һары май ашағандар арымай!
Һары май ашағандар арымай!

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Гөлфиә Мөхәмәтдинова матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты. Башҡорт халҡында элек-электән әҙерләнгән сейәле май тураһында яҙҙы ул.

“Өләсәйҙең сейәле майы! Ммм, тәме һаман тел осонда торған кеүек! Мин сейәләрен соҡоп ашап бөтә торғайным. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, ололар нимә файҙалы икәнен белгән. Шул иретелгән һары майҙа күпме файҙалы мәтдәләр бар:

* цинк, баҡыр иммунитетты күтәрә;⠀

* калий, В5 витамины баш ауыртыуын баҫа;⠀

* кальций, фосфор, Д3 витамины һөйәктәрҙе һәм быуындарҙы нығыта;

* тимер, кальций йөрәк эшмәкәрлеген көйләй;⠀

* А витамины организмға антиоксидант кеүек йоғонто яһай.⠀

Хатта мейе эшмәкәрлеге өсөн дә кәрәкле майҙар һәм Омега-3 бар унда. Шуға күрә ябығыу барышында ла иретелгән май ҡулланырға рөхсәт ителә”, - тип яҙҙы Гөлфиә һәм бала саҡтан таныш тәмлекәстең рецебы менән дә уртаҡлашты: “Майҙы суйын һауытҡа һалып, иретергә ҡуябыҙ. Иреп бөтөп, ҡайнап сыҡһа, өҫтөндәге күпереген алып, утты кәметеп, тағы 15 минут ҡайнатабыҙ. Шул ваҡытта төбөнә төшкән төпрәһе әҙ генә була. Был майҙы бешеренергә эшләнем. Ә ҡышҡылыҡҡа көртмәлеле, сейәле майҙы һуңғараҡ эшләп алырмын тием!”

Еләк-емешле һары майҙы эмалләнгән йәки быяла һауытта эшләргә кәңәш ителә. Майҙы саҡ ҡына һыуытып ҡойоғоҙ, өҫтәге емештәр бешмәһен өсөн майҙы ағас ҡалаҡҡа ҡойорға мөмкин. 

Ә һеҙ һары май, ул ҡушып эшләнгән сейәле, бөрлөгәнле, көртмәлеле, ҡарағатлы, муйыллы май яратаһығыҙмы?

Фото: Г. Мөхәмәтдинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. Шулай уҡ: commons.wikimedia.org

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: