Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
8 Июль 2022, 11:56

Ҡыҙыу мәлдә сараһын күр

Хеҙмәт емешен йыйып ҡыуаныр осор етә.

7 dach.ru
Фото:7 dach.ru

Июль – йәй уртаһы. Баҡсасылар өсөн ул – тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә йылдың иң эҫе айы: мәшәҡәт етерлек. Ошо осорҙа баҡсасылар иңенә ниндәй бурыстар йөкмәтелгәнен билдәләп үтәйек.

 

Утау һәм йомшартыу

 

Июль ямғырҙарынан һуң сүп үләндәре айырыуса шәп үҫә башлай. Баҡсасыларға уларҙы утауға күп ваҡыт сарыфларға тура килә. Әлегә тиклем сүп үләндәрен утағандан һуң йыйып алып, ситкә өйһәгеҙ, хәҙер уларҙы түтәлдә ҡалдырып ҡарағыҙ. Беренсенән, был башҡа сүп үләндәренең үҫеүенә ҡамасаулар, икенсенән, тупраҡ йомшаҡ килеш ҡалыр, йәнә дым да һаҡланыр.

Ямғырҙан һуң йәки түтәлгә һыу һипкәс, тупраҡты даими йомшартырға кәңәш ителә. Был ябай ғына ғәмәл дымды һаҡлауға, һауа алмашыныуға булышлыҡ итә. Тупраҡ йомшара, үҫеп кенә килгән сүп үләндәре юҡ ителә.

 

Һыу һибеү һәм ашлау

 

Төрлө культураның һыуға ихтыяжы ла төрлөсә, һауа торошо ла баҡса эштәре графигына төҙәтмәләрен индерә. Июндә тамыраҙыҡтар айырым иғтибарға мохтаж: һауа шарттары ҡоро һәм эҫе булһа, һыуһыҙ үҫтерелгән уңыш әллә ни ҡыуандырмаҫ. Үҫентеләрҙәге сәскәнең буш булыуы ла ихтимал.

Ҡабаҡ һәм кәбеҫтә кеүек дым яратҡан үҫемлектәргә һыуҙы даими һибергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта иртә өлгөрә торған аҡ күсәнле кәбеҫтәгә артыҡ һыуҙың зыянлы булыуын да оноторға ярамай: күсәндең сатнауы бар.

Помидор менән борос, дым етмәһә, емшәндәрен ҡоя, өлгөрөп еткән уңыш ваҡ, һутһыҙ, тәмһеҙ була. Һауа температураһы кинәт үҙгәреп торғанда помидор ярыла, ә дымһыҙлыҡ уның һабаҡта уҡ сереүенә килтерә.

Һуғанды һәм һарымһаҡты июлдә, киреһенсә, артыҡ күп дымдан һаҡлау фарыз, юғиһә йыйып алынған уңыш насар һаҡланасаҡ. Бынан тыш, һыу һуғандың үҫешен әүҙемләштереп, уның өлгөрөүенә ҡамасаулаясаҡ.

Үҫкән осорҙа культуралар туҡлыҡлы матдәләргә мохтаж, шуға күрә июлдә һәр үҫемлектең ихтыяжынан сығып, ашламалар индереү шарт. Бында ла иғтибарлы булырға кәрәк. Мәҫәлән, азотлы ашламаларҙың саманан тыш күплеге үҫемлектең һабаҡҡа китеүен әүҙемләштереп, тамыраҙыҡтың формалашыуын тотҡарлауы ихтимал.

 

Үҫентеләрҙе хәстәрләү

 

Буласаҡ уңышты үҫтереү буйынса июндә башлаған эште июлдә лә дауам итәбеҙ: помидор, ҡыяр, борос кеүектәрҙең артыҡ ян үренделәрен, йәш ботаҡтарын, сәскәһен даими өҙөп торабыҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр культураның үҙенсәлектәрен, үҫтереү шарттарын, өлгөрөү осорон иҫәпкә алыу мөһим.

Бейек булып үҫкән үҫентеләр өсөн таяу ҡуйырға онотмағыҙ. Помидор, борос, баклажан кеүек культураларҙы һабағы һынмаһын, емеше ергә тейеп серемәһен өсөн күтәреп бәйләргә кәрәк. Теплицалағы ҡыярҙы ла бәйләйҙәр, ә бына асыҡ тупраҡтағыһын шул килеш ҡалдырырға йәки шпалер буйлап ебәрергә мөмкин.

Июлдә яңы ғына өлгөрә башлаған төҫлө кәбеҫтә күсәнен ҡояш нурҙарынан күләгәгә йәшерәләр. Бының өсөн кәбеҫтәнең артыҡ япраҡтарын өҙөп алалар, бергә бәйләп, күсән өҫтөнә эләләр.

 

Һаҡлағыстарҙы әҙерләү

 

Был эште йәй аҙағына ҡалдырмағыҙ. Көндәр йылы, ҡоро саҡта баҙҙы йәки подвалды киптереү өсөн ҡулай ваҡыт. Һаҡлағыстарҙы сүп-сарҙан, былтырғы йәшелсә ҡалдыҡтарынан таҙартығыҙ, елләтегеҙ, йәшниктәрҙе, кәштәләрҙе, стеллаждарҙы тәртипкә килтерегеҙ, дезинфекциялағыҙ.

 

Уңышты йыйыу

 

Июлдә күптәр әкренләп хеҙмәт емештәрен йыя башлай. Әлбиттә, тәүге һөҙөмтәне баҡсасылар алдараҡ алып та ҡыуанғандыр, сөнки тәмләткес үләндәр, йәшел һуған, редис, салат күптән өлгөрҙө. Хәҙер иһә иртә өлгөрә торған кәбеҫтәнән һәм кишерҙән, яңы картуфтан, боростан, помидорҙан, ташҡабаҡ менән ҡыярҙан ауыҙ итергә ваҡыт. Был йәһәттән күп нәмә культураның сортына, ултыртылған ваҡытҡа һәм үҫтереү шарттарына бәйле – теплицала уңыш асыҡ тупраҡтағынан тиҙерәк өлгөрә, көньяҡ райондарҙа ла уны төньяҡтағыларға ҡарағанда иртәрәк йыялар.

Өлгөргән уңышты һабағында оҙаҡ тотмайынса, ғәҙәттә, ике-өс көн һайын даими йыйырға кәрәк. Ҡыяр менән ташҡабаҡты иһә унан да йышыраҡ йыялар. Иртә өлгөрә торған картуфты тотош ҡаҙып, һаҡламға һалмайҙар, кәрәгенсә генә сығаралар.

Айҙың икенсе яртыһында иртә өлгөргән аҡ күсәнле кәбеҫтәне һәм борсаҡты, төҫлө кәбеҫтәне, фасолде йыялар. Июль аҙағына иһә көҙгө һарымһаҡты сығарыр мәл етә.

 

Ҡабаттан сәсеү

 

Иртә культураларҙы йыйып алғас,  буш түтәлдәргә сидераттар йәки иртә культуралар, тәмләткес үләндәр сәсәләр. Укропты йәй буйы 15-20 көн һайын сәсергә мөмкин.

Тиҙ өлгөрөү буйынса рекордсы – кресс-салат. Ул ике аҙна эсендә үҫеп сыға. Япраҡлы салат иһә оҙағыраҡ – бер айға яҡын үҫә.

Баҡсағыҙҙа шпинат өсөн дә урын табығыҙ. Орлоҡто бер нисә сәғәткә һыуға бүрттерергә һалып тороғоҙ һәм сәсегеҙ. Ул бер аҙнанан шытып сығыр, тағы ла ике аҙнанан уңыш та өлгөрөп етер.

Руккола бик тиҙ уңыш бирә. Уның орлоғо бишенсе-алтынсы көнгә шытып сыға. Йәй уртаһында ултыртылған петрушка һәм татлы һуған миҙгел аҙағына ярайһы уҡ үҫеп етер. Ә киләһе йыл иртә яҙҙан башҡа культураларға ҡарағанда алдараҡ уңышы менән ҡыуандырыр.

Күптәр июлдә яңынан редис ултырта. Көн ҡыҫҡарһа ла, тупраҡта азот етерлек булһа, тамыраҙыҡ һутлы, тәмле булып үҫеп етә. Ошо мәлдә ултыртып, октябрҙә йыйып алынған шалҡан мартҡа тиклем яҡшы һаҡлана.

Борсаҡ, фасоль һәм башҡа ҡуҙаҡлы культураларҙы ла июлдә ултыртырға мөмкин. Улар ярайһы уҡ тиҙ өлгөрә, өҫтәүенә һалҡынға бирешмәй. Йәй уртаһында ҡуҙғалаҡ, ирәүән, һуған кеүек күп йыллыҡ культураларҙы сәсәләр.

Шул уҡ ваҡытта ҡабаттан сәскәндә культураларҙың бер-береһенә тап килеүе һәм сәсеү әйләнеше тураһында оноторға ярамай. Уларҙың уртаҡ сирҙәрен, ҡоротҡостарын, үҙ-ара йоғонтоһон иҫәпкә алыу шарт.

 

Ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау

 

Июлдә баҡсасыларҙың күбеһе өсөн помидорҙы һәм картуфты фитофтороздан һаҡлау, баклажандағы һәм картуфтағы колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәш мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнә. Кәбеҫтәгә иһә – лайлалы ҡусҡар, әүернә бөрсәләре,  өкөбаш күбәләге, ә ҡабаҡ культураларына онло ысыҡ, ҡоролоҡ осоронда үлән бете зыян килтерә.

 

Июль айына кәңәштәр

 

3 Баҡсала көндөң эҫе мәлендә эшләмәгеҙ. Был һаулығығыҙға ла, үҫемлектәргә кире йоғонто яһар. Барлыҡ ғәмәлдәрҙе иртән йәки кис, эҫе баҫылғас, башҡарығыҙ.

3 Фитофторозға ҡаршы бордо ҡатнашмаһы ярҙам итә – уны картуфҡа, помидорға һәм башҡа үҫемлектәргә һибәләр.

3 Сүп үләндәре июлдә әүҙем орлоҡ бирә башлай, шуға күрә баҡсаны улар өлгөрмәҫ борон утарға кәрәк.

3 Ағастарға һәм ҡыуаҡтарға һыуҙы һирәк, әммә мул итеп ҡойорға кәңәш ителә.

3 Дымлы июль борос өсөн хәүефле – уның сереүе ихтимал. Һабаҡта аҡ ҡуныҡ күренһә, тимәк, үҫемлек һабаҡ сереге менән сирләй. Зарарланған урындарҙы ҡоро сепрәк менән таҙартып, аҡбурлы-марганец ҡатнашмаһы һөртөргә, иң аҙаҡтан көл һибергә кәрәк.

3 Ағастарҙағы емештәрҙе ҡоштар урламаһын өсөн ботаҡтарға фольганан таҫмалар элеп сығалар. Был таҫмалар ҡыштырҙап, саҡырыл­маған ҡунаҡтарҙы ҡурҡыта.

3 Кәбеҫтә күбәләген бөтөрөргә әрем төнәтмәһе ярҙам итер.

3 Июль – тәмләткес үләндәрҙе, шулай уҡ бөтнөк, кейәү үләне, юл япрағы, аҡ сәскә, ҡыҙылхан, һары мәтрүш кеүек дарыу үләндәрен йыйып киптерә торған мәл.

3 Ер еләгенең көслө мыйыҡтарын алып, күсереп ултыртыр осор етә.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: