Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
8 Июль , 08:00

Йыл әйләнәһенә сәскә атҡан гөл

Ултыртығыҙ. Тәрбиәһе артыҡ мәшәҡәтле түгел.

Йыл әйләнәһенә сәскә атҡан гөл
Йыл әйләнәһенә сәскә атҡан гөл

Гөл, сәскә яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәр өйгә үҙенсәлекле зауыҡ, йылылыҡ бирә, минеңсә.

Төрлө гөлдәр үҫтерәм - ярангөл, глоксиния, цикламенды яратам. Әммә оло мөхәббәтем - бегония. Белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалып, интернеттан мәғлүмәт туплап, ошо гөл менән ҡыҙыҡһына башланым.

Баҡтиһәң, бегонияның 200-ҙән ашыу төрө бар икән. Сәскә атмай торғандары, бәрәңгенән, ботаҡтан үрсей торғандары ла бихисап. Йыл әйләнәһенә шау сәскәлә ултырған «Элатиор» сортында туҡталдым. Тәрбиәләү бик үк мәшәҡәтле лә түгел, бары тик ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим: ҡояш нурҙары тура төшөп тормаған ергә, көнбайышҡа сыҡҡан тәҙрә төбөнә ултыртырға кәрәк уны. Уртаса дымлылыҡты ярата, төбө ҡороп китмәүен тикшереп тороу мөһим.

Бегонияның был сортын ике йыл һайын яңыртып тороу шарт, ул ботаҡтан үрсей. Шулай уҡ күсереп ултыртҡанда һатыуҙағы әҙер тупраҡты һайлау яҡшы. Әйткәндәй, һыуҙа оҙаҡ тамырлана, шуға ла ботаҡты ергә ҡаҙап, банка менән ҡаплап ҡуйһаң, аҙна тирәһендә ерегеп китә. Шуныһы үҙенсәлекле: был гөл әйләндергеләп, күсергеләп тороуҙы үҙһенмәй, сәскәгә тумаланып, атҡансыға тиклем бер урында торһа яҡшыраҡ.

Ғөмүмән, тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙе аҙна-ун көн һайын туҡландырып тороу кәрәк, бының өсөн магазин кәштәләрендә ашламалар бихисап. Тура килгәнен һайлап ал ғына.

Бегонияның «Элатиор» сорты, алда әйткәнемсә, йыл әйләнәһенә сәскә ата, бигерәк тә һалҡынса температураны үҙ итә, эҫене яратмай, шуға ла йәйен сәскәләре һирәгәйеп китеүе ихтимал. Ә ҡышҡы айҙарҙа инде, тәҙрә төбөн йәмләп, яҡшы кәйеф бүләк итеп,  шау сәскәлә ултыра улар.

Фото автор.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас в