

Ишәй ауылынан Рүзәлиә Ниғмәтуллина Ишембайҙа һәүәҫкәр йырсы, шиғырҙар, көйҙәр ижад итеүсе булараҡ билдәле. Быға өҫтәп, уның уңған хужабикә, аш-һыуға оҫталығын да яҡындары, туғандары яҡшы белә.
Еләк бешкән осорҙо ла ул йыл һайын һағынып көтөп ала. Һәр нәмәлә матурлыҡ эҙләгән ханым, еләктәрҙе кәрзиндәргә тултырып, сәскәләр менән биҙәп ошо миҙгелдең гүзәллеген һаҡлап ҡалырға тырыша.
"Бер йыл да еләк йыймай ҡалған юҡ. Йыраҡ йөрөргә түгел, ауыл тирәһендә күп. Быйыл эре булыуы менән айырылып тора. Ирем менән тәбиғәткә сығып, еләк йыйырға бик тә яратабыҙ. Көнө буйы йөрөргә ваҡыт булмаһа ла, бер сыҡҡанда бер-ике сәғәттә өс литр тирәһе йыйып алабыҙ. Таҙартылған еләктәрҙе туңдырғыста һаҡлайбыҙ. Кәрәк ваҡытта ҡайнатмаға ла, бәлештәр бешереү өсөн дә ҡулланам. Ҡыш буйы улар беҙгә йәйҙең йәмен иҫкә төшөрөп тора. Ғаиләбеҙҙә еләк бәлешен бик яраталар. Быйыл да бешерә һалып һыйланым", - ти уңған ҡатын.
Ҡыҙыҡһыныусыларға ул үҙенең рецебын да тәҡдим итте: 700 грамм тирәһе йылы һыуға бер бал ҡалағы әсетке, бер ҡап маргарин, ике-өс аш ҡалағы көнбағыш майы, бер йомортҡа, ике-өс балғалаҡ шәкәр, самалап тоҙ һалып бутарға ла, он ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Унан йылыға ҡабартырға ҡуйырға. Эслеккә еләк һалғас (һалҡын булмаһын), бер аҙ ситкә ултыртып, ҡабартып алырға мөмкин, шунда уҡ духовкаға ҡуйырға ла була. Ошо ҡамыр менән еләктән бөйөрөктәр ҙә тәмле килеп сыға.
Фотолар Рүзәлиә Ниғмәтуллинаның шәхси архивынан.