

Теркәлеү ғариза яҙыуҙан һуң ғына атҡарыла. Теплица кадастр иҫәбендә булмаһа, хужаһына штраф һалынмаяасҡ. Бынан тыш, хужалыҡ кәрәк-ярағы, шул иҫәптән теплицалар ҙа мотлаҡ теркәлергә тейеш түгел. Әйтәйек, нигеҙ һалып эшләнмәгән каркаслы ҡоролмалар күсемһеҙ милек объекттары түгел — уларҙы теркәргә кәрәкмәй.
Әммә хужаһының теләгенә ҡарап, нигеҙе булған биналарҙы теркәргә мөмкин.
Иң мөһиме:
Йылытмаларҙан тыш, хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн һалынған капиталь биналар исемлегенә йәйге аш-һыу бүлмәләре һәм мунсалар инә.
Гараждар иһә хужалыҡ төҙөлөшө объекты булмаһа ла, уларға һалым түләнә.
фото: pro-dachnikov.com