

Тәбиғәт йәшеллегендә төрлө бөжәктәр туҡлана һәм үрсей. Уларҙың күбеһе – баҡса ҡоротҡостары.
Ҡоротҡостар үҫентенең үҫеш нөктәһендәге йәш бәбәктәрҙең һутын һура, ҡарышлауыҡтар япраҡтарҙы кимереп, һеңерсәгә ҡалдыра.
Ҡоротҡостар менән бергә бәшмәк ауырыуҙары ла үҫентеләрҙе аяҡтан йыға. Мәҫәлән, алманың ҡутыр (парша) ауырыуы алма япраҡтарын бөгәрләп һала, һөҙөмтәлә алма сирләп, ҡутырланып ҡата. Уларға ҡаршы ваҡытында сара күрелмәһә, баҡсаға ҙур зыян килә.
Ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы уңышлы көрәшеү өсөн уларҙың биологик үҙенсәлектәрен – йәшәү, үрсеү, туҡланыу, ҡышлау шарттарын яҡшы белергә кәрәк.
Ҡоротҡостар, туҡланыуҙарына ҡарап, ике төрлөгә бүленә: берәүҙәре – япраҡтың һутын һурып, икенселәре уларҙы кимереп туйына.
Һут һурыусыларға бөрсә, талпан, үлән бете инә. Улар йәш үҫентеләрҙең, йәшел япраҡтарҙың һут менән туйына. Кимереүселәргә төрлө ҡуңыҙҙар һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары инә. Улар йәш япраҡтарҙы ашап туҡлана.
Һут һурған ҡоротҡостарға ҡаршы уларҙың тиреһе аша үткән ағыулы химикат талап ителә. Кимереүселәргә ҡаршы эсәк аша үткән ағыулы химикат ҡулланыла. Япраҡ кимергәндәргә ҡаршы ҡулланылған химикаттар йыш ҡына һуты һурыусыларға тәьҫир итмәй, ә һут һурыусыларға ҡаршы ҡулланылған химикаттар япраҡ кимереүселәргә йоғонто яһамай.
Күренеүенсә, һәр төркөм ҡоротҡостоң үҙе өсөн генә тәғәйенләнгән химикаты бар. Мәҫәлән, кимереүселәргә ҡаршы хлорофос (хәҙер уны алмаштырғыс), карбофос препараттары ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ҡоротҡостарҙың йәшәү, үрсеү, ҡышлау шарттары ла төрлөсә: береһе ҡойолған япраҡ аҫтында ҡышлаһа, икенсеһе тупраҡ ҡатламында ҡурсаҡлана, өсөнсөһө үҙе зарарлаған емеш эсендә ҡала. Ҡоротҡостарҙың бындай йәшәү үҙенсәлектәре уларға ҡаршы уңышлы көрәш алып барыуҙы ҡыйынлаштыра.
Емеш-еләк ҡоротҡостарына ҡаршы иң һөҙөмтәле препарат – нитрофен, ул тиҫтәләрсә ҡоротҡостарҙы, бәшмәк ауырыуҙарын тамырынан юҡ итә. Кешегә, файҙалы бөжәктәргә зыянһыҙ. Нитрофен – ҡара-көрән төҫтәге паста, һыуҙа һәйбәт ирей. Ул иртә яҙ, ағастар бөрө ебәргәнсе файҙаланыла. Алмағас, ҡарағат ҡыуаҡтарына – өс процентлы (10 литр һыуға – 300 грамм), ер еләгенә, ҡурай еләгенә ике процентлы иретмә һиптерәләр.
С. Хажиевтың “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.