

Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, ҡоротҡостарға ҡаршы дарыу ғына түгел, үҫемлектәр әсетмәһен дә уңышлы файҙаланып була, тик һәр төрлө ҡоротҡосҡа үҙенә генә хас булғанын һайлай белергә кәрәк.
Тәмәке һәм эзбиз төнәтмәһе – һуған себененә ҡаршы көслө препарат. Тәмәке ҡушылған эзбизде яҙ һуған түтәленә һибәләр (бер квадрат метрға – 20 грамм).
Тәмәке төнәтмәһе – һут һурған беттәргә, бөрсәләргә һәм башҡа япраҡ кимергән ваҡ ҡорттарға ҡаршы һәйбәт сара. 10 литр һыуға 400 грамм тәмәке һалып, бер тәүлек төнәтәләр ҙә бер сәғәт ҡайнаталар, шунан марля аша һөҙәләр. 1:1 нисбәтендә һыу ҡушҡас, 40 грамм кер һабыны һалып иҙәләр ҙә һиптерәләр.
Меңъяпраҡ төнәтмәһе һут һурған ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланыла. 800 грамм меңъяпраҡ үҫемлеге алына, уға ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт тоталар, һигеҙ литр йылы һыу өҫтәйҙәр. Бер тәүлек үткәс, марля аша һөҙәләр һәм һут һурғыс беттәргә, талпандарға, япраҡ кимереүсе ваҡ ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр.
Күгәргән һалам йәки бесән оно ысыҡ ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланыла. Йыш ҡына был ауырыуҙан ҡыяр, ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын үҫентеләре ыҙа сигә. Япраҡ өҫтөндә онтаҡлы аҡ таптар күренә башлағас та, бер килограмм күгәргән һалам йәки бесән алына, уға өс литр һыу ҡойоп, өс тәүлек төнәтелә. Һөҙөп алғас, өс өлөш һыу өҫтәйҙәр ҙә ауырыу үҫентегә һибәләр.
Кәбеҫтә, шалҡан, редис шытымдары күренгәс тә, йәш үҫентеләрҙе бөрсә йонсота башлай, япраҡтарын тишкеләп бөтөрә. 1:1 нисбәтендә тәмәке ҡушылған көл һипһәгеҙ, ҡоротҡостар юҡҡа сығыр.
Кәбеҫтә себене ҡарышлауыҡтары үҫентенең тамырын кимереп юҡҡа сығара. Ҡоротҡостан ҡотолайым тиһәгеҙ, рәттәр араһына сельдерей ултыртығыҙ. Кәбеҫтә үҫентеһен бейек итеп күмһәгеҙ, өҫтәмә тамырҙар хасил булыр, ауырыуға бирешмәҫ, эре башлы булып үҫер. Бер өлөш нафталинға һигеҙ өлөш ҡом ҡушып, үҫентеләр тирәһенә һипһәгеҙ, кәбеҫтә себене яҡын килмәҫ.
Картуф һабағы төнәтмәһе беткә һәм талпанға ҡаршы файҙаланыла. Ике-дүрт килограмм картуф һабағын ваҡлайҙар ҙа, өс сәғәт төнәтеп, һиптерәләр.
Помидор һабағы төнәтмәһе бет, талпан, кәбеҫтә күбәләгенә ҡаршы ҡулланыла. Дүрт килограмм йәшел помидор һабағын 10 литр һыуҙа ярты сәғәт ҡайнаталар ҙа, марля аша үткәреп, быяла банкаларға һалып, тын сыҡмаҫлыҡ итеп ҡаплап ҡуялар. Ҡоротҡостар зыян килтерә башлағас та ике литр төнәтмәгә 10 литр һыу, 30 грамм кер һабыны ҡушып һиптерәләр.
Һарымһаҡ төнәтмәһе беткә, талпанға ҡаршы файҙаланыла. 100–150 грамм һарымһаҡты ит турағыс аша үткәреп, 10 литр һыуҙа болғатып, марля аша һөҙөп, ауырыу үҫемлектәргә һибәләр. Был эш ике-өс тапҡыр башҡарыла.
Әрем төнәтмәһе япраҡ кимереүселәргә ҡаршы ярҙам итә. Бер килограмм әремде һыуға һалып, 15 минут ҡайнатып, марля аша һөҙәләр ҙә, 10 литр һыу өҫтәп, ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр. Әрем төнәтмәһенә ҡош тиҙәге ҡушһаң, һөҙөмтәһе тағы ла яҡшыраҡ була. Бер килограмм ҡош тиҙәге аҙ ғына һыуҙа ике тәүлек төнәтелә. Марля аша һөҙөлә. Уға әрем төнәтмәһен ҡушалар ҙа 10 литр һыу өҫтәйҙәр.
Һуған төнәтмәһен ҡыяр үрмәксеһе, талпаны, беткә ҡаршы файҙаланалар. Бер биҙрә һуған ҡабығына ике биҙрә ҡайнар һыу ҡушып, ике тәүлек төнәтәләр, марля аша һөҙөп алғас, ике өлөш һыу ҡушалар ҙа һиптерәләр.
Дегәнәк төнәтмәһе кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы файҙалы. Туралған дегәнәк япрағын биҙрәнең өстән бер өлөшөнә тиклем тултыралар ҙа өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡоялар. Бер тәүлек төнәтеп, марля аша һөҙгәс, кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы һибәләр.
Иҫкәрмә: ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы ағыулы химикаттарҙы, үлән төнәтмәләрен һиптергәндә, көн елһеҙ һәм ямғырһыҙ булырға тейеш. Препараттарҙы иртәле-кисле файҙаланыу хәйерле. Тәүге мәртәбә һипкәндә һөҙөмтәһе аҙ булһа, ике-өс тапҡыр эшкәртергә мөмкин, ул ваҡытта төнәтмәгә үләнде күберәк һалырға кәрәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА