Баҡса
15 Июль 2022, 06:57

Йылына – 800 тонна йәшелсә

Үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирәйек.

Лилия КалантрянЛилия Калантрян
Фото:Лилия Калантрян

Туймазынан Илнур Солтанғолов 12 йыл фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Төп йүнәлеше – йәшелсә үҫтереү. Айырыуса ул кәбеҫтәгә өҫтөнлөк бирә.

– Былтыр 12 гектар майҙанда иртә һәм һуң өлгөргән кәбеҫтә ултырттыҡ. Ир­тә өлгөргәнен баҫыуҙан уҡ һатып ебәрҙек. Һуң өлгөргәнен келәткә һалдыҡ һәм яҙҙан һат­тыҡ. Быйыл да кәбеҫтә майҙанын кә­метмәнек, – ти Илнур Солтанғолов.

Кәбеҫтә үҫентеһен пластик кассета­ларға ултырталар. Тәүҙә улар теплицала тәғәйен температураны һәм дымлылыҡты һаҡлап үҫтерелә, һуңынан ғына асыҡ һауаға күсерелә.

Хужалыҡта бының өсөн махсус машина бар. Техникаға фермер үҙе идара итә, биш кеше уға ярҙам итә.

– Кәбеҫтә – дым яратҡан йәшелсә, шуға ямғырҙар бик отошло булды. Иртә ултыртҡан кәбеҫтә күтәрелеп китте инде, ә бына һуңғы партия менән тотҡарлыҡтар килеп тыуҙы. Ике аҙна һауа торошоноң тотороҡланғанын көттөк, – ти фермер.

Хужалыҡтың 87 гектар майҙаны бар, тик уны бер ыңғай кәбеҫтә өсөн тотоноу үҙен аҡламай икән. Был йәшелсәнән ер биш йыл ял итергә тейеш, шуға күрә ху­жа­лыҡ етәксеһе иген культуралары ла сәсә.

Илнур Солтанов һөнәре буйынса – шофер. Бынан тиҫтә йыл элек ҡуртымға ер алып, йәшелсә үҫтереү менән шөғөл­ләнә башлай һәм йылдан-йыл мул уңыш йыйыуға өлгәшә.

-  Анфиса АЙЫТОВА

Читайте нас