Баҡса
21 Июль 2022, 13:00

Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша

Ул был шифалы, татлы емештең 41 төрлө сортын үҫтерә.   

Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашаИрина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша
Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша

Ирина Кочурова Татарстандың Мамадыш районында йәшәй. Уның  “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендәге фотоһүрәттәре күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Айырыуса ҡурай еләге үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Эре, бер тигеҙ емештәрҙең фотоһына ҡарап, ысынлап та, һоҡланмау, ҡыҙыҡһынмау мөмкин түгел шул.

- Ҡурай еләге үҫтереүҙең артыҡ бер мәшәҡәте лә юҡ. Иң мөһиме – беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡан сорт һайлау һәм миҙгел эштәрен ваҡытында башҡарыу, ҡоротҡостарға юл ҡуймау. Һәр ҡыуаҡ төбөнә бер көрәк тиреҫ һалып сығыу уңышты бермә-бер арттыра, - тип кәңәштәре менән уртаҡлашты Ирина Кочурова. 

Ирина үҙе ҡурай еләгенең 41 төрлө сортын үҫтерә. “Беҙҙең төбәк өсөн ҡулай сорттар – “Соколица”, “Пшехиба”, “Абориген”, “Канада”, “Феномен”, “Сенатор”, “Мәскәү гиганты”, “Һары гигант”, “Крепыш”, “Скромница”, “Огонек”. Шулай уҡ “Полана”, “Малиновая гряда”, “Карамелька”, “Самохвал”, “Амира”, “Маргарита” тигән ремонтант сорттар ҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте”, - ти оҫта баҡсасы.

Фотолар: Ирина Кочурованың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша
Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша
Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша
Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша
Ирина ҡурай еләге үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас