

Арабыҙҙа күңелен һалып баҡса үҫтереүселәр аҙ түгел. Һәр миҙгелдең үҙенә генә хас мәшәҡәттәре бар. Сәсеү, үҫтереү генә түгел, артабанғы уңышы мул булһын өсөн август һәм сентябрь айы ла баҡсасылар өсөн яуаплы осор.
Мәҫәлән, август – сейә ботаҡтарын киҫеү ваҡыты. Сейә, черешня кеүек ҡыуаҡтарҙың өҫкө ботаҡтары ауырыу йәки ҡоротҡостар зарарлауы арҡаһында шиңә икән, был өлөштәрен киҫеп яғыу дөрөҫ. Августа ҡарағат һәм крыжовник ҡыуаҡтары туҡландырыуға мохтаж. Киләһе йыл уңышы яҡшы булһын өсөн фосфор-калий ашламалары индереү, һыу һибеп, йомшартып тороу ҙа мөһим сара. Баҡса еләге түтәлдәрендә лә эш етерлек. Һабағында үҫеп сыҡҡан көслө үҫентеләрҙе айырып ултыртыу мәшәҡәттәренең дә үҙ ваҡыты. Күсереп ултыртылған еләктәрҙе көн аша һибеп тороу мөһим. Мул уңыш алыу өсөн баҡса еләгенең бер нисә сортын үҫтерһәгеҙ, отолмаҫһығыҙ.
Сентябрь – бәрәңге уңышын йыйыу менән дә көтөп алынған миҙгел. Быйыл ямғырҙың күп яуыуы мул уңышҡа өмөт бирә. Аҫҡы япраҡтары һарғайыу менән уны ала башларға була. Көҙ яҡынлаша башлау менән газондарҙы тырмап, таҙартырға ла өлгөрә уңған хужалар. Ҡороған үләндәрҙән азат итеү газонды матурлап, йәмләп ебәрә.
Автор фотоһы.
.