Баҡса
5 Август 2022, 06:12

Ер эше — иң ауыры

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Уның ҡарауы, күңелгә кинәнес бирә.

Һүҙҙе алыҫтан, бала саҡ хәтирәләренән, башлағым килә. Райондың һәр хужалығында тиерлек — йәшелсә, күптәрендә емеш-еләк баҡсаһы булды. Элек колхоз-совхоздарҙан йәшелсәне арзан хаҡҡа һатып алып булғанғамы, әллә әүәл-әүәлдән башлыса малсылыҡ менән йәшәргә күнеккәнгәме, халыҡ үҙ баҡсаһын булдырыуға бик үк иғтибар бирмәне. Картуфты ғына күпләп үҫтерҙеләр.

Мин иһә яҙҙарын өй эргәһендә ап-аҡ сәскәгә күмелеп ултырған алмағастар һәм сейәләр хаҡында хыяллана торғайным.

...Таҡһыр тигән бәләкәй генә ауылға килеп төпләнгәнемә лә 14 йыл ғүмер үтеп киткән. Ул арала байтаҡ емеш ағасы, еләк үҫтерҙем, йәшелсәнең һәр төрлөһөн ул­тыртырға тырышам. Ҡыяр, помидор, башлы һуған, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер – ҡыҫҡаһы, 31 төрлө йәшелсә һәм тәмләткес культура үҫтерәм, емеш-еләк тә бихисап.

Ауылда баҡса һөйөүселәр йыш ҡына үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша­быҙ, үҫенте, орлоҡ менән алыш-биреш итәбеҙ. Үҙем үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә менән баҙарға йөрөй алмайым, сөнки Асҡар йә Магнитогорскиға сығыр өсөн шәхси транспорт кәрәк. Хәйер, белеүемсә, беҙҙең ауылдан берәү ҙә баҡса продукцияһы менән баҙарға бармай, күберәк һөт, эремсек та­шыйҙар.

Уйланғаным бар: ә бит үҫен­теләр менән генә лә аҡса эшләп булыр ине. Йыл һайын әллә күпме еләк, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеһе әрәм була. Моғайын, бында транспорт юҡлығы һылтау ғыналыр. Сәбәп сауҙа итә белмәүҙәлер, тип тә уйлап ҡуям.

Миңә, инде һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлай башлаған өлкән йәштәге кешегә, баҡса нимә бирә? Иң беренсе, әлбиттә, оло кинәнес тойғоһо. Яҙҙы һағынып көтөп алам. Баҡсасы өсөн ҡыҙыу мәл февралдә үк башлана, сөнки билдәһеҙ кешенән билдәһеҙ сортлы үҫенте һатып алғансы, үҙең үҫтергән һәйбәтерәк, ышаныслыраҡ. Әй­тәйек, помидор, борос үҫентеһе менән һатыу итеүселәр йыш ҡына үҫемлекте һәр төрлө стимулятор ярҙамында үҫтерә, һатып алғанда күркәм, көслө күренгән үҫенте ергә ултыртыу менән сирләй башлай, ғәҙәти шарттарға яраҡлаша алмай ыҙалай. Әлбиттә, үҙең сәскән үҫенте даими хәстәрлек талап итә: көн һайын әллә нисә мәртәбә көн битенә ҡаратып әйләндерергә, төбөн йомшартып торорға, ҙурая төшкәс, күсереп ултыртырға кәрәк. Көн йылынғас, көндөҙ тышҡа ташыйһың, кис – өйгә...

Кәбеҫтәнең орлоғон аҙ ғына шыттырып алам да елһеҙерәк урынға сәсәм, өҫтөн быяла йә пленка менән ҡаплайым. Үҫентеһе ерҙе тишеп сығыу менән өҫтөн асам, өс-дүрт япрағы булғансы даими рәүештә һуғарып, төбөн йомшартып торам. Унан инде күсереп ултыртам.

Күп кеше кәбеҫтәгә ҡорт төшә тип зарлана. Был афәттән ҡотолоуҙың ике сараһы бар: баҡсаның бер мөйөшөндә әрем ҡалдырығыҙ (таралып китергә юл ҡуйырға ярамай) һәм әленән-әле уның яңы өҙөлгән ботаҡтарын кәбеҫтә төптәренә һалып тороғоҙ. Икенсе кәңәш – кәбеҫтәгә бер ваҡытта ла ҡояшта йылынған һыу ҡоймағыҙ. Иң һәйбәте – туранан-тура ҡоҙоҡтан һиптереү. Әйткәндәй, помидор һалҡын һыуҙы бик яратмаһа ла, йылымыс һыуҙан ул да ауырый.

Һуғарыуға килгәндә, Башҡорт­остан, айырыуса Урал төбәге шарттарында, аҙнаһына бер генә һыу һибеү етмәй. Беҙҙә һыуҙы йы­шыраҡ һибергә кәрәк. Иртә менәнме, кисме — айырмаһын күрмәйем, әммә көндөҙ, айырыуса аяҙ көндө һуғарырға ярамай, йәшелсәнең япрағы көйә.

Ҡайһы бер әсбаптарҙа, ҡыярҙы үҫентенән үҫтереү һәм юғарыға күтәреп бәйләү яҡшыраҡ, тиелә. Шулай эшләп ҡараным. Уңыш бермә-бер кәмей. Минеңсә, йә­шелсә үҙе теләгәнсә ерҙә йәйрәп үҫергә тейеш. Төбөнә һыу һибеүе ауыр булһа ла, уңыш күпкә мулыраҡ алына, ҡый үләне лә үҫмәй. Ә өйҙә сәселгән үҫенте сибек була. Орлоҡто шыттырып, шул ыңғайы ергә сәсәм.

Баҡсала иң яуыз ҡый үләне – эт эсәге менән аҡтамыр. Картуфтағы колорадо ҡуңыҙы кеүек, улар менән дә даими көрәшергә кәрәк.

“Юлдаш” радиоһын тыңлағанда бер һорау иғтибарҙы йәлеп иткәйне: картуфты шыттырып сәсеү кәрәкме? Мотлаҡ, әммә шытымдың ҙур булмауы хәйерле. Мин уңышты иҙән аҫты баҙында һаҡлайым. Күрәһең, температура юғарыраҡ­тыр, мартта уҡ шыта башлай. Май башына тиклем шытым оҙонайып өлгөрә, ләкин уны йолҡмайым, сөнки орлоҡтоң көсө кәмей. Сәскән саҡта шытымды орлоҡ тирәләй әйләндереп һалам. Орлоҡҡа ҡалдырылған картуфты бер аҙ ҡояшта тотоп, йәшелләндереп алыу ҙа һәйбәт. Уны өс тоҡ самаһы ултыртам. Сорттарын йыш алмаштырам. Һәр төпкә органик ашлама һибеп йөрөргә ваҡытым юҡ, ҡуңыҙын сүпләп, утап-күмеп өлгөрһәң дә шәп. Бынан бер нисә йыл элек ҡойма ямғырҙар ваҡытында йәшелсә күпләп серене, һөҙөмтәлә орлоҡ өсөн алты биҙрә генә алып ҡала алдым. Ә киләһе йылына шуларҙан алтмыш ете биҙрә уңыш үҫтерҙем.

Сөгөлдөрҙө картуф эргәһендә һаҡлау ҙа әллә ни яҡшы түгелен аңланым. Яҙға тиклем ул сөрөшөп кибә башлай. Өсәр-дүртәрләп полиэтилен тоҡсайҙарҙа ауыҙын бәйләп йәйгә тиклем мөгәрәптә һаҡларға мөмкин. Кишерҙе һаҡлау буйынса кәңәштәр ҙә күп, әммә күбеһе асылда йәшелсәнең сереп, юҡҡа сығыуына килтерә. Айырыуса ҡомда һаҡлау килеп сыҡманы, бәлки, һауа температураһы тура килмәгәндер. Хәҙер мин уны ит турағыс аша үткәрәм дә полиэтилен моҡсайҙарға һалып туңдырам. Баҡсала үҫкән бөтә емеш-еләкте, йәшелсәне, тәмләткесте кипте­рергә, туңдырырға мөмкин. Ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ һәм ҡабаҡты ғына тоҙлау, маринадлау зарур. Ташҡабаҡ бүлмә шарттарында ла оҙаҡ һаҡлана. Ҡарбуз менән ҡауынды ла шулай һаҡларға маташып ҡарағайным. Йәнәһе, Яңы йыл өҫтәленә ҡуям, әммә тыштан бөтөн күренгән тәмлекәстәр эстән серегән булып сыҡты. Ә туңдырғыста томатты ла һаҡларға мөмкин, ләкин ундай томат турамаға бармай, ә бына соусҡа шәп. Шуға ла мин уны күберәк маринадлап ҡалырға тырышам, ҡыш үҙе лә, һуты ла итле аш менән бик тәмле була. Помидорҙы ҡабыҡһыҙ тоҙлайым. Бының өсөн яңы ғына йыйылған йәшелсә өҫтөнә тәүҙә – ҡайнар, артынса уҡ һалҡын һыу ҡоям, шулайтһаң, ҡабығы еңел генә сиселә. Ҡайнатманы, һуттарҙы, компотты етерлек кенә әҙерләйем дә ҡалған уңышты туңдырғысҡа һалам. Теләгән ваҡытта төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Ҡыҫҡаһы, баҡса хаҡында әллә күпме бәйән итергә була. Кеше ғүмер буйы өйрәнә, уҡый. Бөтәһен дә белеү мөмкин түгел. Мин дә йыш ҡына тәжрибәле баҡсасы­ларҙан өйрәнергә тырышам.

Шуны әйтер инем: баҡса кеҫә яғын ныҡ һаҡлай. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡандан-арта, ә һиндә бөтәһе лә тиерлек бар. Магазинда һатылған ризыҡтың сәләмәтлеккә лә зарар килтереүе ихтимал икәне тураһында ла күптәр белә: улар химик матдә һалып үҫтерелгән, оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн ағыу менән дә эшкәртелгән. Хатта ҡайнатмаға ла һәр төрлөһөн ҡушалар. Рәсәйҙә күпме ерҙең, сит илдәрҙе ымһындырып, эшкәр­телмәй, сәселмәй ятыуын күрәһең дә йән әсей. Беҙгә бер ниндәй санкциялар ҙа ҡурҡыныс булмаҫ ине, бары тик ең һыҙғанып үҙебеҙҙекен етештерергә, файҙаланырға ғына кәрәк.

Тағы шуныһы. Баҡсама йорт яғынан һарайҙар ҡамасаулай, ә артҡы яҡтан бәләкәй генә булһа ла йылға аға һәм ер июнь урталарына тиклем кипмәй, техника үтерлек түгел – батҡыл. Хәҙер инде емеш ағастары ла ултыртҡас, тракторға бөтөнләй юл ябылды. Йәшелсә, картуф ултыртҡан бөтә майҙанды көрәк менән ҡаҙам, ҡул тырмаһы менән эшкәртәм. Еңел түгел, әммә көҙ уңыш йыйғанда күңелдә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡәнәғәт­лек хисе ярала. Гумусты ла ауыр тәгәрмәстәр тапамай, ер ҙә йомшағыраҡ.

Ер эше иң ауыр хеҙмәт һанала, әммә беҙҙә әле барыбер ҙә баҡсасылыҡҡа бер аҙ кәмһетеберәк ҡарау һаҡланған. Әлегә хужалыҡҡа бәйле иң оло хыялым – мотоблок алыу. Бөгөнгө хаҡтар менән пенсиянан бер нәмәгә лә аҡса арттырып булмаһа ла, “йәшәһен баҡса” тиергә ҡала...

Быйыл ҙур уңыш вәғәҙә итһәләр ҙә, өмөт аҡланмаҫ, ахыры, сөнки ер йылыға туйманы. Май айы үтә һалҡын булыу өҫтөнә, июндә лә бер нисә көн генә йылы булды, шул сәбәпле ҡыяр, томат күтәрелеп китә алмай ыҙаланы. Ә бит яҙғыһын ямғыры ҡайһылай ҙа ҡыуандырғайны!

Әйткәндәй, картуф күп һуғар­ғанды яратмай. Минеңсә, быйылғы ямғырҙар уның өсөн етерлек булды. Күптәр яһалма һуғарыуҙы ғәҙәт итеп алды, тәүҙә картуф һәйбәт үҫкән кеүек булһа ла, һаҡлағанда тиҙ сереп бара.

Ер эше еңел түгел. Уның ҡарауы, иҫ киткес мауыҡтырғыс һәм һаулыҡҡа ла файҙалы.  Өҫтәлгә хәләл  көсөң менән үҫтергән емеш-еләкте, йәшелсәне ҡуйыу, яҡындарыңды үҙең әҙерләгән ҡайнатма һәм башҡа төрлө ризыҡ менән һыйлау күңелгә оло кинәнес өҫтәй. Баҡсаңда мул уңыш үҫтерер өсөн ергә йышыраҡ баш эйергә, уны ҡәҙерләргә кәрәк шул.

-  Гөлгизәр ФӘЙЗИ

Әбйәлил районы

Читайте нас