

Хәҙер ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла баҡсаға серетмә, тиреҫ индереү мәшәҡәтле лә, ҡиммәтле лә шөғөлгә әйләнеп бара. Ә бит серетмә индереүҙе еңел дә, арзан да итеү алымдары бар. Шуларҙың береһе – түтәлдәргә арыш сәсеү.
Арышты, ғәҙәттә, 25 августан сентябрь уртаһына тиклем сәсәләр. Быны бушаған һәр түтәлгә эшләргә мөмкин. Ҡышҡа ҡәҙәр, йәғни ер туңғансы ул үҫеп ҡалырға тейеш. Яҙғыһын, сәсеү эштәре башланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалғас, йәшел генә арышлы ерҙе ҡаҙып сығырға ғына кәрәк.
Бер сутый ергә 1,8 килограмм арыш кәрәк буласаҡ. Уны боронғо ата-бабаларыбыҙ ысулы менән һибеп йәки рәт-рәт итеп сәсергә мөмкин. Ҡуйыраҡ һипһәң дә насар булмасаҡ.
Бындай ашлама тиреҫтә күпкә өҫтөнөрәк. Беренсенән, арзанға төшә. Икенсенән, серетмә индергәндәге кеүек, баҡсаға иҫәпһеҙ-һанһыҙ сүп үләне күсмәйәсәк. Арыш ужымы, киреһенсә, сүп үләндәрен ҡыҫырыҡлай. Бынан тыш, йәшел ашлама тупраҡҡа файҙалы микроорганизмарҙы 1,5-2 тапҡырға арттыра, тимәк, ерҙең биологик әүҙемлеге яҡшыра.
Әйткәндәй, баҡсаға ашлама булараҡ гәрсис сәсергә лә мөмкин. Ул картуфтың төп дошманы булған ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Гәрсисте лә көҙгөһөн сәсеп ҡалдыралар һәм яҙғыһын картуф сәсер алдынан ҡаҙып, ерҙе бер аҙ ял иттереп алалар.
Фото: sadovnikonline.ru